Дүрт йүнәлеш тә мөһим26.01.2013
Һәр кемдең үҙ хеҙмәте өсөн лайыҡлы баһа алғыһы килә, был — бәхәсһеҙ. Тейешле баһа юғары хеҙмәт хаҡында, социаль яҡланғанлыҡта күренә. Шуға ирешеү маҡсатында “Башҡортостанда лайыҡлы хеҙмәт” программаһы раҫланды.
Кисә уға Хөкүмәт йортонда ҡул ҡуйҙылар. Башҡарма власть органдары исеменән Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Профсоюздары федерацияһы һәм Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты (эш биреүселәр яғы) имзаларын ҡуйған документ 2025 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
— “Лайыҡлы хеҙмәт” программаһы донъяла тәүге тапҡыр 1999 йылда тәҡдим ителде. Уның нигеҙен дүрт төп йүнәлеш тәшкил итә. Был — мәшғүллек, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, социаль яҡлау һәм социаль диалог. Программа әле 40 дәүләттә ғәмәлдә. Рәсәйҙә һәм республикала ла ул әүҙем тормошҡа ашырыла, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Документҡа башҡарма власть органдары исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов ҡул ҡуйҙы.