Вәғәҙә — иман26.01.2013
Республикала инвестициялар йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Был тәңгәлдә һуңғы йылдарҙа үҫеш ныҡлы һиҙелә. Мәҫәлән, 2011 йылда төп капиталға инвестициялар 185 миллиард һум тәшкил итһә, былтыр күрһәткес 250 миллиардтан ашҡан.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һалым ташламалары, уңайлы эш шарттары булдырыу, административ ҡаршылыҡтарҙы мөмкин тиклем кәметеү, ҙур проекттарҙы хуплау, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү — быларҙың барыһы ла инвесторҙарҙы ылыҡтыра.
“Беҙ вәғәҙә иткәнде һәр саҡ үтәйбеҙ, беҙҙең өсөн ул — закон. Һеҙҙең менән килештек икән, тимәк, шулай буласаҡ”, — тине Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең “Хунхуа БДБ” Рәсәй-Ҡытай компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы протоколына ҡул ҡуйыр алдынан. Документҡа ярашлы, 2015 йылдың аҙағына Ишембайҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау, ҡаҙылма табылған урынды эшкәртеү буйынса ауыр быраулау ҡорамалдары етештереү предприятиеһы асыу ҡаралған. Яңы предприятие “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте майҙанында урынлашасаҡ. Бында йылына 9 миллиард һумлыҡ етештереү ҡеүәте булған завод эшләйәсәк.
Осрашыу барышында Ишембайҙың “Витязь” заводын яңыртып ҡороу буйынса ла байтаҡ эш атҡарырға кәрәклеге хаҡында һөйләшелде. “Хунхуа БДБ” был йүнәлештә лә инвестиция һалырға йыйына. Ишембайҙа киләсәктә карьерҙарҙа, металлургияла ҡулланыласаҡ йөк вагондары сығарыу ҙа күҙаллана.


Вернуться назад