Бында Аҡмулла рухы йәшәй14.12.2011
Бында Аҡмулла рухы йәшәйТуҡһанбайҙағы Мифтахетдин Аҡмулла музейына — 30 йыл. Ул бөйөк башҡорт шағирының тыуыуына 150 йыллыҡ юбилейын байрам иткән көндәрҙә асыла. Бинаһын ул саҡтағы “Башҡортостан” колхозы үҙ аҡсаһына төҙөй. Колхоз рәйесе Вәсим Хәсәнов, партком секретары Фәтих Зәкиев, профком рәйесе Мөбәрәкша Сәйетов, Йәнәби-Урсай ауыл Советы рәйесе Байтимер Ғилманов, бригадир Зөфәр Шафиҡов музейҙы төҙөүҙә, уны йыһазландырыуҙа һәм ауылды СССР-ҙың барлыҡ төбәктәренән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырлыҡ итеп төҙөкләндереүҙә көндө төнгә ялғап эшләй. Ә музейҙы әйберҙәр, ҡомартҡылар менән тулыландырыуҙа Башҡортостандың Тыуған яҡты өйрәнеү музейының ул саҡтағы директоры Рим Ниязғолов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов, Аҡмулла ижадын өйрәнеүсе яҙыусы-ғалимдар Рәшит Шәкүр менән Әхәт Вилданов төрлө яҡлап ярҙам итә.
1981—1989 йылдарҙа музей “Башҡортостан” колхозы ҡарамағында була. Ҡомартҡылар, экспонаттар менән тулыландырылғас, РСФСР Мәҙәниәт министрлығының 1988 йылдың 15 ғинуарындағы 13-сө бойороғо менән ул республика статусындағы музейға әйләндерелә һәм Башҡортостан Милли музейы ҡарамағына күсә. Ә 2002 йылдан Туҡһанбайҙағы Мифтахетдин Аҡмулла музейы — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы. 2006 йылда бөйөк шағирҙың 175 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, Президент Указы нигеҙендә, музейҙы тағы ла күркәмләндереп, реставрация үткәрелде. Яңы экспозициялар эшләнде. Хәҙер ул Туҡһанбай ауылына йәм өҫтәп, Башҡортостан, Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм бөтөн Көнсығыш әҙәбиәтселәренә илһам, ҡеүәт, дәрт сығанағы булып балҡып ултыра.
Тәүге йылдарҙа шағирҙың изге йортонда мөдир булып Аҡмулла ижадына мөкиббән ғашиҡ Зөбәйҙә Вилданова эшләй. Ул Аҡмулла эҙҙәре буйлап Миәкә, Бишбүләк, Стәрлебаш, Әлшәй райондары ауылдарында йөрөй, ишеткән-күргәндәрен яҙып ала. Сәйәхәттәренең һөҙөмтәһе — шағирҙың “Уҫылы буйы” шиғыры. Уны Зөбәйҙә Вилданова Бишбүләк районының Аҙнай ауылында ишеткән. Был шиғырҙы Рәшит Шәкүр “Башҡортостан ҡыҙы” журналында (1981 йыл, № 12) баҫтырып сығарҙы.
Музей хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусыларын сәскәләргә күмелеп ултырған Аҡмулла бюсы янында ҡаршы ала. “Һаумыһығыҙ!” — тип өндәшә уҡыу алдынғыһы Гүзәл исемле ҡыҙ, ә һин гүйә постаменттағы һындың тауышын ишетәһең:
...Ҡат-ҡат сәләм мосафир
Аҡмулланан,
Тура әйтеп, халыҡҡа яҙған хаҡ
мулланан.
Бөтә сәхрә эстәренә беҙҙең сәләм
Дошмандың ялаһынан пак мулланан.
Ирекһеҙҙән иғтибарыңды һәйкәлгә йүнәлтәһең. Ул, һинең ҡарашыңды һиҙгәндәй, берсә шатланып, берсә шикләнеп, берсә шелтәләп һүҙен дауам итә:
Мәжлесенә ҡарай ғына ғауғабыҙ бар,
Ҡоҙоғона ҡарай ғына ғауғабыҙ бар.
Эрбет менән Мәкәриәгә
сама ҡайҙа —
Баҙарына ҡарай ғына сауҙабыҙ бар.

Бәхетебеҙ асылмаған беҙ бер фәҡир,
Абруйым артыҡ юҡ, эшем таҡыр.
Йәштән йыйған бер быуаҙ
Мәжмүғәм бар,
Уның да бәғзе ере ҡаҡыр-маҡыр... —
тип, күҙен ҡыҫа биреп, иренен ҡымтып ҡына йылмайып, һине үҙенең һикәлтәле-һикәлтәле тормошон башҡорт, урыҫ, ҡаҙаҡ, татар, үзбәк, уйғыр, ҡарағалпаҡ, пуштун, фарсы, төркмән, тажик һәм башҡа халыҡтарҙың йөрәгендә ғәрәсәт уйнатып, ғилемлеккә, намыҫлылыҡҡа, матурлыҡҡа, дуҫлыҡҡа әйҙәгән шиғриәте эсенә саҡыра... Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зилфәт Басиров Аҡмулла һәйкәленә ошо сифаттарҙы һалып эшләгән дә инде.
Тулҡынланып музейға инәбеҙ. Гүзәл һылыу һүҙен дауам итә:
“Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 14 (26) декабрендә Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се башҡорт кантоны Күл иле — Мин (Мең) улусы Туҡһанбай ауылында тыуған (Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы). Атаһы — Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе — Бибиөмөгөл Сәлимйән ҡыҙы...” 1816, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы ревизия документтарынан күренеүенсә, Аҡмулланың атаһы ла, әсәһе лә — аҫаба башҡорттар.
Музейҙа, әйтеп үтелгән ревизия документтары, ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың, шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеүселәрҙең материалдары бар. Ҡаҙаҡтарҙан Дусмаил Ҡасҡынбаев, Сәкен Сәйфуллин, татар ғалимы Ғабдрахман Сәғди, Хәсән Ғәли, башҡорттарҙан Фәтих Кәрим, Рәшит Шәкүр, Ғайса Хөсәйенов һәм башҡалар. Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын барлағанда, уларҙың һәр береһе Туҡһанбайҙа йәшәгән дин әһеле Шәйхетдин Динмөхәмәтов яҙған хаттарға һәм уның хәтерләүҙәренә таяна. Һуңғы йылдарҙа табылған документтарҙан күренеүенсә, ул 1908 йылдың 6 февралендә Өфө губернаторы идараһы указы нигеҙендә Туҡһанбай ауылына ете-һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Ереклекүл (Урта Тамъян, Тамъян-Ереклекүл) мәсетенән күсерелә. Шәйхетдин Динмөхәмәтовтың Ереклекүл мәсетендә — имам, мәҙрәсәһендә мөғәллим булып нисә йыл эшләүе әлегә билдәле түгел. Әммә Мифтахетдин Аҡмулланың Ереклекүл (Урта Тамъян) менән тығыҙ бәйләнеше булған. Шағирҙың олатаһы Ишҡужа, атаһы Камалетдин Ереклекүлдә йәшәгән Мөхәмәтғәле, Хаммат ғаиләләренә килеп йөрөгәне билдәле. Ошо юлдарҙың авторы Фәтих Ғәлләметдин улы Янышевтан шағирҙың байтаҡ шиғырын яҙып алғайны.
Сәфәр ҡылдым йыраҡ ергә,
Тәүәккәлде быуып билгә.
Хоҙай ни тәҡдир итер беҙгә,
Шәфәғәт ит, Рәсүллулла.
Тыуған илем йыраҡ ҡалды,
Туғандарым илап ҡалды.
Йөрәгемде һағыш алды,
Шәфәғәт ит, Рәсүллулла.
Мифтахетдин Аҡмулланың биографтары, 1871 йылдың яҙында төрмәнән сыҡҡас, ул ике йыл ярым арестант ротаһында хеҙмәт итергә тейеш булған, тип яҙа. Батша Александр II указы нигеҙендә, 1870 йылда, хөкөм итеү буйынса яңы Уложение ҡабул ителә. Уға ярашлы, арестант ротаһы бөтөрөлөп, уның урынына арестант бүлексәһе (отделениеһы) булдырыла. Яңы Уложениела ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә индерелгән. Мәҫәлән, хөкөм ителеүселәр, ҡайҙалыр эшләп, үҙ-үҙҙәрен аҫрарға тейеш. Хеҙмәт хаҡының ундан өс өлөшө ҡулдарына бирелгән. Хөкөм срогы тулғас, арестант бүлексәһендә хеҙмәт иткән кешене, йәмәғәт исеменән, кемдер порукаға алырға тейеш була. Әгәр порукаға алмаһалар, уны мәңгелеккә Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Шуға күрәлер Мифтахетдин Аҡмулла төрмәлә ултырғанда байтаҡ таныш-белешенә, дин әһелдәренә, байҙарға, ҡаҙаҡ солтандарына үтенестәр менән хаттар яҙа. Троицк муллаһы, икенсе сығанаҡтар буйынса, сауҙагәр Әхмәтбай Бакиров һәм ҡаҙаҡ байы Иманбай Хоҙайбиргәнов көмөштән ике мең һум аҡса түләп, уны төрмәнән сығара. Ә Ғөбәйҙулла солтан Жангиров ярҙамында ул император Александр II янына инә һәм арестант бүлексәһенән ҡотҡарыла.
Ғөбәйҙулла солтан Жангиров бөйөк Сыңғыҙхан нәҫеленән. Шәжәрәһенән күренеүенсә, ул — 21-се быуыны.
Мифтахетдин Аҡмулла Санкт-Петербургка барған мәлдәрҙә Ғөбәйҙулла солтан Жангиров лейб-гвардия полковнигы дәрәжәһендә император Александр II-нең флигель-адъютанты булып хеҙмәт итә.
(Аҙағы бар).
Фәнис ЯНЫШЕВ,
М. Аҡмулла премияһы лауреаты.


Вернуться назад