Киләһе аҙнала...26.01.2013
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
28 ғинуар – Ленин ордены кавалеры Сәғит Хәбирйән улы Хәбирйәновҡа 80 йәш;
29 ғинуар – “Йәшлек” (“Йәш юҡһыл”) республика йәштәр гәзитенең тәүге һаны сығыуға 90 йыл;
1 февраль – тыуған яҡты өйрәнеүсе, Республика Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Фәрит Назар улы Вахитовҡа 80 йәш;
– Өфөлә ҡеүәте 560 киловатҡа тиң тәүге электр станцияһын файҙаланыуға тапшырыуға 115 йыл;
– Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, юмор оҫтаһы Юнир Хәй улы Салауатовҡа 65 йәш;
– Нефтекама эшселәр ҡасабаһының ҡала статусын алыуына 50 йыл;
– Кесе Учалы һәм Яңы Учалы эшселәр ҡасабаһын бергә ҡушыу һөҙөмтәһендә Учалы ҡалаһы барлыҡҡа килеүгә 50 йыл;
2 февраль – Бөтә донъя һыу-һаҙлыҡ ерҙәре көнө;
– Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйратыу көнө;
– Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторолоуға 75 йыл;
3 февраль – Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, БДУ-ның Сибай институты директоры, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа 65 йәш;
– “Дуҫлыҡ йорто” директоры, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Вилмир Хайбрахман улы Аҙнаевҡа 65 йәш.
Мәҙәниәт усаҡтары саҡыра
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында
31 ғинуарҙа драматург Алексей Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ” драмаһы була;
1 февралдә драматург Салауат Әбүзәрҙең “Хыялый” лирик комедияһын ҡарай алаһығыҙ;
2 февралдә драматург Туфан Миңнуллиндың “Мулла” драматик хикәйәһе сәхнәгә ҡуйыла;
3 февралдә драматург Флорид Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы” музыкаль комедияһын тамаша ҡыла алаһығыҙ.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында
23 ғинуарҙа француз композиторы Шарль Гуноның “Фауст” исемле өс күренештәге операһы була (дирижеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов).
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында
31 ғинуарҙа совет һәм америка актеры Владимир Ольшанскийҙың “Ун өсөнсө йондоҙ” (мөхәббәт һәм азатлыҡ тураһында хикәйәт) тамашаһы ҡуйыла;
2 февралдә итальян яҙыусыһы Джанни Родариҙың “Чиполлино” исемле мажаралары көтөлә.