Тәмле булһын26.01.2013
Оҫта һәм фантазияға бай хужабикәләр иғтибарына иҫ китмәле матур һәм тәмле салаттар әҙерләү өлгөһөн тәҡдим итәбеҙ. Улар һәр табынды биҙәр.
"Көнбағыш"
Кәрәк:
Тауыҡтың 250 г түш ите, 150 г ҡаты сыр, бешкән 5 йомортҡа, бешерелгән 200 г бәшмәк (шампиньон яҡшыраҡ), 3 баш һуған, 4 бәрәңге, һөйәкһеҙ зәйтүн емеше (банканың дүрттән бер өлөшө), бер ҡап чипсы, майонез.
Әҙерләү:
Тауыҡ, бәшмәк һәм һуғанды ваҡ итеп турарға. Йомортҡаның ағын, сыр менән бәрәңгене ҡырғыс аша үткәрергә. Ҙур тәрилкәгә түбәндәге тәртиптә ҡатлап һалабыҙ: ит, майонез, һуғандың яртыһы, бәрәңге, бәшмәк, ҡалған һуған, майонез, йомортҡа ағы, сыр, майонез. Йомортҡаның һарыһын салаттың өҫтөндә ваҡ ҡырғыстан үткәреп һәр яҡлап һибәбеҙ. Зәйтүн емешен уртаға бүлеп түңәрәкләп теҙәбеҙ, ә ситтәренә көнбағыштың "тажы" рәүешендә чипсы ҡуйып сығабыҙ.
"Ромашка"
Кәрәк:
300 г горбуша, 3 йомортҡа, ярты стакан дөгө, 2 ҡыяр, 3 кишер, 3 баш һуған, 100 г салат япрағы, әнис, майонез, үҫемлек майы, тоҙ.
Әҙерләү:
Дөгөнө бешереп алырға һәм һыуытырға. Горбушаны кәстрүлгә һалып эҫе һыу ҡойорға ла дүңгәләкләп туралған бер кишер менән бер һуған өҫтәргә. Ҡайнап сыҡҡас, тағы биш минут бешерергә. Балыҡ үҙ һурпаһында һыуынғас, тиреһен алығыҙ, аҙаҡ уны вилка менән иҙегеҙ. Барлыҡ ҡылсығын да алығыҙ. Ҡалған кишерҙе таҙартып, эре ҡырғыс аша үткәрергә лә көнбағыш майында бер аҙ ҡыҙҙырырға. Ҡыярҙы оҙонсалап турарға, салат япраҡтарын ҡул менән бәләкәй өлөштәргә бүлгеләргә. Ҡалған һуғанды ваҡ итеп турағыҙ һәм бер аш ҡалағы майонез ҡушығыҙ. Һыуынған дөгөнө шулай уҡ бер ҡалаҡ майонез менән бутағыҙ. Тәрилкәгә салат япраҡтары, артабан ҡатлап майонезлы дөгө, балыҡ, майонезлы һуған һәм ҡыҙҙырылған кишер һалығыҙ. Кишерҙең өҫтөнә майонез һылағыҙ һәм ҡыяр, туралған әнис һалығыҙ, ә йомортҡанан сәскә эшләргә. Оҙонсаға туралған ағынан сәскәнең таждары, ә ҡырылған һарыһынан уртаһы яһала.
"Тюльпандар"
Кәрәк:
10-11 помидор, 2 теш һарымһаҡ, 3 йомортҡа, 100 г ҡаты сыр, майонез, петрушка, йәшел һуған.
Әҙерләү:
Оҙонса формалағы помидорҙы дүрт өлөшкә бүлергә (тик төбөнә тиклем түгел). Ипләп кенә ҡалаҡ менән эслеген алабыҙ ҙа әҙер ҡушымтаны тултырабыҙ. Эслек өсөн йомортҡа менән сырҙы ҡырғыстан үткәрергә, иҙелгән һарымһаҡ һәм майонез ҡушырға. Йәшел һуған, петрушканан сәскәнең һабаҡтары һәм япраҡтары эшләнә.
"Рауза гөлләмәһе"
Кәрәк:
4 йомортҡа, 500 г тауыҡтың аҡ ите, 200 г кишер, 500 г шампиньон, 200 г сәтләүек, 300 г сыр, 2 сөгөлдөр, майонез, бер теш һарымһаҡ, тоҙ һәм борос.
Әҙерләү:
Бешкән кишер менән тауыҡты ваҡ итеп турарға. Һуған менән бәшмәкте турап, төрлө табала ҡыҙҙырып алырға. Йомортҡа менән сырҙы шаҡмаҡлап турарға, ә сәтләүекте ҡырғыстан үткәрергә. Бөтә ингредиенттарҙы майонез ҡушып бутарға. Шунан һуң ҡоймаҡ бешерегеҙ. Һарымһаҡты ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр менән бутап, майонез ҡушырға. Һәр бер ҡоймаҡҡа ошо массаны һөртөп төрөргә. Был рулеттарҙан салаттың уртаһына гөлләмә теҙергә лә йәшелсә менән биҙәргә.
"Калла сәскәһе" салаты
Кәрәк:
Тауыҡтың 300 г түш ите, 3 йомортҡа, 100 г ҡаты сыр, 200 г шампиньон, 1 кишер, 1 һуған, 150 г консерваланған ананас, әнис, майонез. Биҙәү өсөн: 3-4 нәҙек пластинка сыр, 1 кишер, йәшел һуған.
Әҙерләү:
Тауыҡты бешергәс, ҡул менән ҙур булмаған өлөштәргә бүлгеләргә, һуған менән бәшмәкте турарға. Көнбағыш майында тәүҙә һуғанды ҡыҙҙырырға, аҙаҡ бәшмәк ҡушып, тағы биш минут ҡыҙыу утта тоторға. Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә, йомортҡаны шаҡмаҡлап турарға. Ананасты ҙур булмаған өлөштәргә бүлергә, ә сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрергә. Ҙур яҫы тәрилкәгә түбәндәге тәртиптә: тауыҡ, майонез, ананас, сыр, бәшмәк менән һуған, кишер, майонез, йомортҡа, майонез һалырға. Салаттың өҫтөн тигеҙләргә, ваҡ итеп туралған әнис һибергә һәм ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Сыр пластинкаһынан калла сәскәһе төрөргә, ваҡ итеп туралған кишерҙән уның уртаһын, ә йәшел һуғандан япраҡтарын эшләргә.