Бүләк ит һин миңә сәскә!26.01.2013
Бүләк ит һин миңә сәскә!Ҡатын-ҡыҙға сәскә гөлләмәһе ҙур шатлыҡ килтерә. Беҙ бит хатта гөлдөң ниндәй төҫтә булыуына ла мәғәнә һалабыҙ, "яратамы, яратмаймы", тип таждарын йолҡабыҙ. Бүләк итеү-итмәүҙәренә ҡарап, ир-ат тураһында һығымта яһайбыҙ. Тик ирҙәр генә быны бик аңлап етмәй. Бер аҙна ла тормай шиңгән "үлән" алыуҙы мәғәнәһеҙлек тип иҫәпләүселәр бихисап. Шулай ҙа гүзәл заттың күңелен күрер йә үҙ ғәйебен йыуыр өсөн бүләк итергә әҙерҙәр... Сәскәләргә ҡағылышлы ысынбарлыҡта булған бер-ике хәл тураһында бәйән итмәксемен.

"700 һумдыр әле..."

8 Март байрамы осоронда Ейәнсура районында йәшәгән әхирәтем ҡунаҡҡа саҡырҙы. Юғары уҡыу йортонда бергә уҡыныҡ, ул өс йыл элек кейәүгә сыҡҡайны. Ире Азат һәм бер йәшлек балаһы менән ауылда торалар. Егәрле, бөтмөр, ут кеүек Гөлнара донъя көтөргә бик әүәҫ булып сыҡты. Өйө, ихатаһы, баҡсаһы гөлт итеп тора, ире, балаһы һәр саҡ ҡараулы. Йәштәрҙең йорт һалып инеүенә лә бер йыл ғына. Ғаилә башлығы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, яҡшы ғына табыш ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, гөрләтеп йәшәйҙәр.
Мин килгәндә әхирәтемдең ире өйҙә юҡ ине. Гөлнара менән яңылыҡтар уртаҡлашып ултырғанда, ҡояштай балҡып, Азат килеп инде. Мут ҡына йылмая, артҡа йәшергән ҡулында ниҙер бар. Тимәк, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы ҡатынын шатландырырға булған. Ысынлап шулай булып сыҡты, ул күҙҙең яуын алып торған ҡып-ҡыҙыл раузалар гөлләмәһен ҡатынына һондо. Үҙенең йөҙөнә ҡараһаң, атҡа менгән малайҙай һөйөнә. Тик Гөлнара ғына бүләккә артыҡ шатлығын белдермәне.
— 700 һум торалыр әле, моғайын. Берәй тоҡ он алып ҡайтһаң, шәберәк булыр ине, амбарҙың төбөнә төштөм бит инде, икмәк һалырға, бәлеш ҡуйырға кәрәк, — тип һөйләнеүенә иһә мин тамам аптыраным.
Иренең 60 километр алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенә уның өсөн сәскә алырға барыуын, шатландырырға теләүен баһаламаны әхирәтем.
Аңламаҫһың, әллә донъя мәшәҡәте баҫа, әллә ваҡыты менән романтика хисе юғаламы икән? Улай тиһәң, тормоштары етеш, бер тоҡ онға ғына мохтажлыҡтары юҡ. Өйләнеүҙәренә лә күп ваҡыт үтмәгән, һис шикһеҙ бер-береһен яраталар. Үпкәләшеп, тәмһеҙләшеп йөрөгән саҡтары ла түгел... Бер нигә ҡарамай ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙ булып ҡалһын ине. Иреңдең хәстәрлеген ҡабул итергә лә өйрәнергә кәрәктер, күрәһең.

"Егетһеңме? алып бир!

Эшлекле һөйләшеү өсөн танышым ресторанға саҡырҙы. Аралашып ултырып, яныбыҙға оҙон буйлы ханымдың килеп баҫыуын да һиҙмәгәнбеҙ. Уның ҡулдарында бер ҡосаҡ рауза ине. Әңгәмәсемә: "Янығыҙҙағы ҡыҙҙы сәскә менән һөйөндөрөргә теләйһегеҙме, әфәнде?" — тип өндәште. Арабыҙҙа эштән башҡа бер ниндәй ҙә мөнәсәбәттәр булмағанлыҡтан, шунда уҡ баш тарттым. Әммә "сауҙагәр" ханым да ныҡыш булып сыҡты. "Шундай ҡыҙ өсөн сәскә йәлме ни?"— тип ебәрҙе хатта. Танышымдың уңайһыҙланыуы йөҙөнә сыҡты һәм, ҡаршы булыуыма ҡарамаҫтан, гөлләмәне алып бирҙе. Әйтергә кәрәк, хуш еҫле раузаның хаҡы "сәнскеле" генә ине, береһе — 500 һум! Тауарын еңел генә осора алыуына ҡәнәғәт йылмайған ханым китеп тә барҙы, ә беҙ уңайһыҙ тынлыҡта ултырып ҡалдыҡ.
Йәйен тағы ошоға оҡшаш ваҡиға булды. Был юлы инде дуҫлашып йөрөгән егет менән паркта инек. Бер кәрзин сәскә гөлләмәһе тотҡан әбей әле был, әле икенсе пар янына килә. Ҡайһы берҙәр сәскәнән баш тартһа ла, күпселек ир-ат тешен ҡыҫып булһа ла алырға мәжбүр була. Һатыусы ҡатын иһә ҡәнәғәт йөҙ менән киләһе ҡорбанына ташлана. Был "шатлыҡ" беҙҙе лә урап үтмәне. Юлдашыма, сәскә алып, мине һөйөндөрөргә тәҡдим итте әбей. Әммә дуҫым "ҡаты сәтләүек" булып сыҡты. "Юҡ, беҙгә сәскә кәрәкмәй", — ине яуабы. Әбей уның "егетлек" сифаттарына нисек кенә төрттөрөп ҡарамаһын, маҡсатына өлгәшә алманы.
Был ҡатындың, кешенең хис-тойғоһонда уйнап, үҙ кеҫәһен ҡалынайтырға теләгәнлеген аңлаһам да, күңелдә ниндәйҙер юшҡын ҡалды. Минең өсөн бер гөлләмә сәскә лә йәлләгәс, артабан нисек булыр икән, тигәнерәк уйҙар башҡа килде. Дуҫым иһә быға артыҡ иғтибар итмәй генә өҙөлгән хәбәрен дауам итте. Ә парктан сыҡҡас, туп-тура сәскә магазинына юлланды һәм иҫ китмәле матур гөлләмә һайлап алып бүләк итте.
— Намыҫһыҙ кешеләрҙе яратмайым. Шул тиклем дә мәкерле ҡыланып, кешене уңайһыҙ хәлгә ҡуйыуҙарын йәнем һөймәй, — тип ҡуйҙы ул аҙаҡ.
Моғайын, күптәрҙең ошондай хәлгә тарығаны барҙыр. Бындай сауҙагәрҙәр кафе-ресторанда, йәш парҙар үҙ иткән парктарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә тулып йөрөй. Уларҙың хаҡы ла баҙарҙыҡынан күпкә ҡиммәт, сифаты ла икеле. Әйтеүҙәренсә, урам буйында сәскә тәҡдим итеүселәр һәйкәлдәрҙән һәм хатта зыяраттан да шәлкем йыйып алырға кәмһенмәйҙәр. Был, күрәһең, заман маркетингының бер намыҫһыҙ юлылыр.

Ирҙәрҙе "өйрәтеп" була

Быныһы — әхирәтем Сөмбөл һөйләгәндән. Рәмил менән улар студент йылдарында уҡ таныша. Егет ҡыҙҙы үҙенә ҡаратыр өсөн тәүҙә йыш ҡына сәскә, бүләк ташый. Тик Сөмбөлдөң күңеле яулап алынғас, гөлләмәләр һирәгәйә, ә туйҙан һуң бөтөнләй туҡтала. Иренә белдермәһә лә, әхирәтемдең был ҡылыҡҡа йәне көйә, әлбиттә.
Шулай ҙа сая холоҡло Сөмбөл тиҙ еңелә торғандарҙан түгел. Тик туранан-тура: "Сәскә бүләк ит", – тип тә әйтә алмай бит инде. Кем әйтмешләй, көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ. Ҡатын-ҡыҙ хәйләкәрлеге лә был аҙымға барырға юл ҡуймай. Ситләтеп кенә башлай ул эште. Тәүҙә төрттөрөп ҡарай. Имеш, шул-шул әхирәтемдең ире аҙна һайын гөлләмәләр бүләк итә, шул тиклем ярата уны. Тик "ҡалын тире" Рәмил бирешмәй: әллә ысынлап аңламай, әллә башын "дүрәккә" һала.
Юҡ, Сөмбөл дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, тағы ла хәйләкәрерәк план уйлап сығара. Бер көн эштә юрамал һуңға ҡала, ә ҡайтып барышлай магазинға инеп хәтәр шәп гөлләмә һатып ала. Уның ҡояштай балҡып ҡайтып инеүен күреп, Рәмилдең һөмһөрө ҡойола, сәскәнең кемдән икәнлеген төпсөнә башлай.
— Белмәйем. Урам буйында ят ир тоттороп китте. Бер сәбәпһеҙ, кемлеген дә белмәйем, — ти ул, мут йылмайып. Үҙе танау аҫтынан ғына йырлап, дәртләнеп ашарға бешерә башлай.
Инде был хәл онотолдо тигәндә, кис ишек ҡыңғырауына баҫалар. Рәмил барып ишекте асҡас, унда бер кәрзин рауза тотҡан сәскә килтереүсене күрә. Гөлләмә араһында хат та була. "Сәскәләй һылыу ҡатынға. Мөмкин булһа һеҙҙең менән бик теләп танышыр инем. Серле ғашиҡ " тигән яҙыу була унда. Тамам йәне көйә ирҙең, әммә ҡатынына ла бәйләнеп булмай. Таныш булмаған кешенең уға сәскә ебәреп ятыуына ул ғәйепле түгел дә инде. Был кәрзинде Сөмбөлдөң үҙенә үҙе ебәргәне бер ҡатлы Рәмилдең башына ла инеп сыҡмай...
Ирҙең бер нисә көн һөмһөрө ҡойолоп йөрөй, уйлана башлай. Ысынлап, ҡатыны ғашиҡ булырлыҡ һылыу шул, ҡәҙерен белмәһә, һалдырып та алырҙар. Шул көндә ул Сөмбөлгә иң матур сәскәләрҙән торған гөлләмә алып ҡайта. Шунан тағы, тағы... Ҡатын ире алып ҡайтҡан һәр гөлләмәне ҙур шатлыҡ менән ҡабул итә, әйтерһең, әллә ниндәй ҡиммәтле әйбер бүләк иткән. Бындай мәлдәрҙә айырыуса күңелсәк, иркә була, ирен тәмле аш-һыу менән һыйлай. Хәҙер бындай ҡарашҡа өйрәнгән Рәмил айына бер тапҡыр булһа ла сәскә алып ҡайта... Ҡатын да ҡәнәғәт, ирҙең дә күңеле тыныс.


Вернуться назад