Әллә нисә тыуҙым мин донъяға…26.01.2013
Әллә нисә тыуҙым мин донъяға…1. Улар белмәй
Пифагорҙар, Платондар яҙған
Көрәш бәҫен, көрәш сәнғәтен.
Ләкин мәкер менән көтөп тора
Ҡулайлы мәл, кәрәк (…)ен.
(Көрәш келәме)
2. Һайлай халыҡ үҙ даһийын,
Һайлай ул шул мәлдә.
Уға шундай даһи кәрәк –
Ул үҙе ниндәй (…)дә.
(Бөрйәндә Рәми Ғарипов
көндәренә яҙылған шиғыр)
3. Яу ҡырына киткән саҡта,
Ысын игенсе Мирас
Ҡалдырҙы ярған бураҙна –
Ҡалдырҙы оло (…).
( Ғүмерлек мираҫ)
4. Һинең йырың яңғыраһа,
Һыймайынса сәхнәләргә,
Ағыла ул күк тауҙарға,
Ағыла ул (…)ләргә.
(Һыймайынса сәхнәләргә)
5. Мәңге сере бөтмәҫ был
донъяның,
Беҙҙән һуңдар белһә беләсәктәр.
Күңелемде ниңә берҙәй борсой
Тәүтормош та бөгөн, (…) тә?
(Шүлгәнгә ингәндә)
6. Яйлап ерҙә ожмах көткән саҡта,
Ашыҡҡандай заман, ахыры.
Һәр бер көндән яҡты көтә-көтә
Көтөк була әҙәм (…)ың.
(Йөргөнсөләр һымаҡ)
7. Меңәрләгән ғаиләгә
Ҡысҡырмайыҡ талаҡты.
Үтәтәйек мөртәттән
Халыҡ ҡуйған (…)ты.
(Аттарға атланайыҡ)
8. Еремдең яҙмышы дауыллы,
Көрәштең күренмәй аҙағы.
Бергәләп киләләр һәр осор
Халыҡтың шатлығы, (…)ы.
(Бабич)
9. Аҙым һайын шиғыр эҙләмәнем,
Аҙым һайын шиғыр яҙманым.
Бынан аҙым һайын зыян
юҡтыр,
Аҙым һайын юҡтыр (…)ым.
(Аҙым һайын шиғыр эҙләмәнем…)
10. Тәндәреңә һаман дарыу түгел,
Ағыу ямғырҙары яуалар.
Ниндәй им-том килешер ҙә һиңә,
Шифа булыр ниндәй (…)?
(Баш осонда торам)
11. Унда – донъя фанилығы,
Унда – йәшәү ҡыуанысы,
Бөрйәндең бер һыҙланыуы,
Бөрйәндең бер (…)ы.
(Һыймайынса сәхнәләргә)
12. Ул моңдарҙа ишетелеп китә
Тауҙарымдың йөрәк ҡағышы,
Йыш-йыш ҡына ҡабатлана унда
Киткән-ҡайтҡан ҡоштар (…)ы.
(Ерем моңо)
13. Аҡылыма һыймай –
халҡым күпме
Йәшен түккән, ҡанын ағыҙған.
Бына – ҡандан-ҡанға күсә килгән
Ҡан хәтере төшкән (…)ға.
(Ҡан хәтере)
14. Утлы йәшен ине гүйә,
Егет ине саяларҙан.
Атылды ул сал Уралдан,
Болот йөҙгән (…)ларҙан.
(Сәхнә түгел, ер сайҡалды)
15. Тыуған төйәгеңде гиҙгән саҡта,
Тик һин булдың беҙҙең уйҙарҙа.
Йәшәгәндә һин бит утта
булдың,
Ситтә булдың байрам,
(…)ҙарҙан.
(Уҡлыҡая)
16. Ташҡа баҫылғанда тәүге һүҙем,
Мин донъяға тыуҙым ҡабаттан.
Дуҫым хыянаты йыҡҡас мине,
Тағы тыуҙым ошо (…)тан.
(Яңы тыуған бала илауы)
17. Бары ожмах булыр башҡорт ере
Әйләнде һуң ниңә тамуҡҡа?
Донъя шулай дауам итә ҡалһа,
Ағастарың етмәҫ (…)ҡа.
(Оло Тәләк, 1710-сы саҡрым)
18. Булды йылдар –
ҡыйыҡ ҡына түгел,
Рухи нигеҙ бик ныҡ ҡаҡшаны.
Иртәләре яҡты тыуғанда ла
Томанланып килде (…)ы.
(Һәр күңелгә – һинең ут)
19. Матурлыҡ ул ерҙе ҡотҡарыр ҙа
Матурлыҡты һаҡлай алғанда.
Кем ҡотҡарыр ошо
матурлыҡты
Төрлө яҡлап баҫҡан (…)дан?
(Тик матурлыҡ ҡотҡарыр …)
20. Тик игендә тир еҫе юҡ,
Күңел нуры, яҡтыһы.
Ерҙең бөтә татлы һуты,
Унда – ҡояш (…)һы.
(Иген иле)
21. Саң ҡағабыҙ:
Көрәшселәр етмәй,
Заман көн дә ала алҡымдан.
Һин бит яуҙа яңғыҙ һалдат көйө
Туңдың ҡарҙа, көйҙөң (…)да.
(Рәми)
22. Кешеләр кешенән
Белмәһен туйғанды.
Эҙләмәй дошманды,
Эҙләһен (…)ды.
(Илде һағыныу)
23. Һәйкәл булып баҫтың
азатлыҡҡа,
Һәйкәл булып баҫтың хаҡлыҡҡа.
Һин һәйкәлһең ерҙә
берҙән-бергә –
Һин һәйкәлһең яугир (…)ҡа!
(Салауат һәйкәле)
24. ...Әлдә заман ҡапыл һиҫкәнде лә
Үҙ ғәйебен үҙе таныны.
Көн асыла, кешегә һан ҡайта,
Яңыртыла тормош (…)ы.
(Утыҙ һигеҙҙәр)
25. Ярһыу дуҫым,
Инде һуң булһа ла
Белеп яҙам хыял-самаңды:
Бер гонаһһыҙ итеп аҡ күлдәктә
Күргең килә инде (…)ды.
(Аҡ күлдәк)
26. Буш вәғәҙә – көн дә –
буш өҫтәлдәр,
Ярҙам итмәҫ, беләм, был йыр ҙа.
Беҙ тилмереп быҙау көтәбеҙ бит
Нисәмә йыл ҡыҫыр (…)ҙан.
(Бала саҡта көн дә иҫәпләнек…)
27. Тағы ни бар изге
Илгә табыныуҙан.
Күк һарғайыр төҫлө
Илде (…)ҙан.
(Илде һағыныу)
28. Алда тағы һинең исем
Күп йырланыр йырҙарҙа,
Шаңдауҙары сәм тыуҙырыр
Алыҫ-алыҫ (…)ҙарҙа.
(Иген иле)

Шпаргалка: Туй. Ҡая. Ҡыр. Хәл. Һыйыр. Табут. Һабаҡ. Сәғәт. Сатҡы. Ялҡын. Ғазап. Ярҙам. Аҡшам. Ялған. Талап. Бахыр. Мираҫ. Сәхрә. Һағыш. Ҡағыҙ. Ялҡын. Халыҡ. Туған. Ҡанун. Һағыныу. Киләсәк. Йыуаныс. Дауалар.


Вернуться назад