Ҡыҙыл раузалар26.01.2013
У. Рәшитов көйө,
Г. Рәшитова һүҙҙәре
Күптән түгел бүләк иткән инең
Бәхет гөлө — хуш еҫле
ҡыҙыл раузалар.
"Яратам!" — тип әйтмәһәң дә
беләм:
Һөйөү билдәләре бит улар,
Һөйөү билдәләре бит улар.
Ҡыҙыл раузалар,
ҡыҙыл раузалар,
Ҡыҙыл раузалар —
һөйөү гөлдәре,
Ҡыҙыл раузалар,
ҡыҙыл раузалар —
Күңелдәремдең ҡайнар хистәре.
Тик оҙаҡҡа етһен мөхәббәтең,
Һулымаһындар бәхет гөлдәрең.
Кемдәр генә һеҙгә һоҡланмай,
Һөйөү гөлө, бәхет гөлө —
ҡыҙыл раузалар,
Тик гөлдәрҙе сәнскеләр генә
һаҡлай,
Һуҙылмаһын өсөн ят ҡулдар,
Һуҙылмаһын өсөн ят ҡулдар.