Кеше сәскәләрҙе 4000 йыл элек үрсетә башлаған. Беренселәрҙән булып был эшкә Египет халҡы тотонған.
Урта быуаттарҙа баҡса һәм сәскә үҫтереү абруйлы шөғөл һаналған. Был хеҙмәткә ихтирам күрһәтмәгәндәр ҡаты язаға дусар ителгән. Кеше баҡсаһын тапағандарҙы мәсхәрә бағанаһына бәйләгәндәр, аяҡ бармаҡтарын өткәндәр һәм хатта, бур итеп һанап, ҡулын ҡырҡҡандар. Аҙаҡ тыуған еренән мәңгегә ҡыуғандар.
Тюльпанды Голландияның символы тип беләбеҙ. Әммә был сәскә унда ни бары XVI быуатта ғына барып эләккән. Гөлдө урындағы сауҙагәрҙәр Төркиәнән алып ҡайтҡан, тәүҙә уларҙың хаҡы аҫылташтар һәм ҡиммәтле металдарҙан да ҡыйбатыраҡ булған.
Иң "ҡарт" рауза ҡыуағы Германияла, Хильдесхайм ҡорамы янында үҫә. Уның йәше 1000 йылдан ашҡан. Ошо ваҡыт эсендә ҡыуаҡ шул тиклем ҙурайған, хәҙер уның бейеклеге ҡорамдыҡына тиңләшкән.
Иң күп төҫтәре булған сәскә — орхидея. Хатта ҡара һәм йәшел тажлылары ла бар, был селекционерҙар тырышлығы һөҙөмтәһе. Әммә зәңгәр төҫлөһөн һаман сығара алмай интегәләр икән.
Puya raimondii тип аталған үҫемлек ни бары Көньяҡ Америка тауҙарында ғына осрай. Ул 150 йәше тулғас, бер тапҡыр ғына сәскә ата ла аҙаҡ шунда уҡ һулый.
Ҡайһы бер сәскәләр геологтарға ерҙән файҙалы ҡаҙылмалар табырға ярҙам итә. Мәҫәлән, адонис күпләп үҫкән урында эзбиз бар, ә фиалкалар цинклы урынды үҙ итә.
Бал ҡорттары сәскәне еҫе генә түгел, төҫө буйынса ла айыра. Шулай ҙа бөтәһен дә түгел, ә һары, шәмәхә һәм зәңгәрҙе күрә. Ә бына ҡыҙыл сәскәгә битарафтар, сөнки был төҫтө бөтөнләй айырмайҙар.
Үҫемлек сирләгәндә үҙен тере организм кеүек тота: температураһы күтәрелә, тын алышы йышая.
Раузаның "яҡын туғандары" — алма, ҡурай еләге, персик, груша, миндаль, слива һәм нектарин.
Боронғолар, астра япраҡтарын яндырып, "уҫал рухтар"ҙан һаҡланған.
Ер шарындағы иң ҙур сәскә — титан арум, йәки аморфофаллус. Бейеклеге өс һәм диаметры бер метрғаса етә. Унан бик алама үләкһә еҫе сыға, донъяла ул үләкһә-сәскә булараҡ билдәле.
Йөҙҙәрсә йыл элек викингтар Шотландияны ҡулға алырға йыйынған саҡта, унда барып етеү өсөн шайтан таяғы үләне баҫыуы аша үтергә кәрәк була. Был дошмандарҙың бик күп ваҡытын ала һәм ауырлыҡтар тыуҙыра, ошо сәбәпле шотландтар еңә. Хәҙер был үлән — Шотландияның милли символы.
Лотос Боронғо Мысырҙың изге сәскәһе булған һәм ерләү йолаһында ҡулланылған. Үҫемлек йылға ярында, һаҙлыҡта үҫә, әммә ҡоролоҡ осоронда йылдар буйы "йоҡлай" һәм һыу ҡайтыу менән йәнә уяна. Мысырҙар өсөн лотос — мәңгелек тормош һәм яңынан терелеү символы.
Тюльпан — иң тиҙ үҫеүсе үҫемлектәрҙең береһе. Бер тәүлек эсендә ул ике сантиметрға тиклем үҫә.
Мәк — тынлыҡ, йоҡо, онотолоу билдәһе. Беренсе донъя һуғышы осоронда миллиондарса кешеһе вафат булған Бөйөк Британия, Франция, АҠШ халҡының иҫтәлеген символлаштыра. Хәтер көнө 11 ноябрҙә билдәләнә, ул көндә кешеләр күкрәгенә мәк сәскәһе тағып йөрөй.
Принц Чарльзға уның Сицилия ярындағы утрауын ҡуртымға алыусылар хаҡ итеп йылына ... бер нарцисс түләй.
Биш мең самаһы шафран сәскәһенән ни бары бер унция (28,34 грамм) шафран тәмләткесе алып була.
Австралияның тропик урмандарында үҫкән сәскәләрҙең 80 проценты Ерҙең башҡа бер төбәгендә лә осрамай.