"Башҡортостан" гәзитенең Почёт таҡтаһы25.01.2013
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! 2013 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу барышында ла "Коллектив менән – "Башҡортостан"ға!" акцияһына дәррәү ҡушылып, баҫмабыҙға өҫтөнлөк биреүселәрҙең күп булыуы ихлас һөйөндөрҙө. Тимәк, фекерҙәштәребеҙ бар, һәм уларға артабан да таяна алабыҙ.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға рухлы, телһөйәр һәм киләсәгебеҙ өсөн яуаплылыҡ тойоусы хеҙмәткәрҙәр эшләгән белем усаҡтарының, гәзит редакцияларының һәм йәмәғәт ойошмаларының исемлеген тәҡдим итәбеҙ. Араларында быға тиклем үк беҙҙең менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған, дуҫлыҡты нығытҡан байтаҡ мәктәп коллективының булыуы икеләтә һөйөнөслө. Уларға йәнә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Әлбиттә, был исемлектә филармония, театр, мәҙәниәт йорто, китапхана коллективтарын да күрге килгәйне. Үкенескә ҡаршы, улар яғынан был юлы әүҙемлек әллә ни тойолманы. Нисек кенә булмаһын, "Коллектив менән – "Башҡортостан"ға!" акцияһы артабан да дауам итә, был сараға ҡушылырға әле лә һуң түгел. Аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡан "Башҡортостан"ды йылдың икенсе яртыһынан алдыра башларға уйлаһағыҙ, уға 1 февралдән март аҙағынаса элекке хаҡ буйынса (50600 индексына – 706 һум 32 тин) яҙылып ҡалырға мөмкин.

Йәмәғәт ойошмаһы:
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты (рәйесе – Румил Аҙнабаев).
Гәзит коллективтары:
– Ғафури районының "Табын" гәзите (мөхәррире – Мәрхәбә Собханғолова);
– Ҡырмыҫҡалы районының "Даирә" гәзите (мөхәррире – Луиза Миңләхмәтова).
Белем усаҡтары:
– Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы (директоры – Гөлфиә Динисламова);
– Ауырғазы районының Мораҙым мәктәбе (директоры – Сынтимер Иҫәнбаев);
– Баймаҡ районының Күсей мәктәбе (директоры – Ҡунаҡбай Уйылданов);
– Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (директоры – Зиннур Йәрмөхәмәтов);
– Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ институты (директоры – Йәғәфәр Әбдрәшитов);
– Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы (директоры – Йәлил Һөйөндөков);
– Бишбүләк районының Ҡаныҡай мәктәбе (директоры – Ришат Әхмәтшин);
– Благовещен педагогия колледжының милли бүлеге;
– Бөрйән районының Тимер мәктәбе (директоры – Миңзәлә Баймырҙина);
– Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе (директоры – Инсур Үтәбаев);
– Бөрйән районының Яңы Усман мәктәбе (директоры – Илдар Ишморатов);
– Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты (директоры – Гүзәл Имәнғолова);
– Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе (директоры – Таңсулпан Рәхмәтуллина);
– Ғафури районының Ҡауарҙы мәктәбе (директоры – Райфат Әбелғужин);
– Ғафури районының Толпар мәктәбе (директоры – Рәсих Абдрахманов);
– Ғафури районының Юлыҡ мәктәбе (директоры – Рәфис Абдрахманов);
– Ғафури районының Яугилде мәктәбе (директоры – Рауил Солтанморатов);
– Ейәнсура районының Иҙәш мәктәбе (директоры – Әсҡәт Хужәхмәтов);
– Ейәнсура районының Үрген мәктәбе (директоры – Юлай Солтанбаев);
– Ишембай районының Этҡол мәктәбе (директоры – Дамир Баһауетдинов);
– Күгәрсен районының Йомағужа балалар һәм үҫмерҙәр приюты (директоры – Нурия Хоҙайғолова);
– Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы (директоры – Рәзилә Хисмәтуллина);
– Күгәрсен районының Мәҡсүт мәктәбе (директоры – Зифа Әбүбәкерова);
– Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы (директоры – Тәнзилә Малабаева);
– Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө хоҡуҡ институты (директоры – Фәим Мөхәмәтшин);
– Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы (директоры – Иштуған Ноғоманов);
– Учалы районының Илсе мәктәбе (директоры – Илнур Фәттәхов);
– Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы (директоры – Илдар Моталов);
– Өфө ҡалаһының 63-сө һөнәрселек училищеһы (директоры – Марсель Солтанов);
– Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһы (директоры – Дамир Әхмәтйәнов);
– Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы (директоры – Таһирйән Ғәниев);
– Әбйәлил районының Амангилде мәктәбе (директоры – Йомаҙил Әүбәкеров);
– Әбйәлил районының Ишбулды мәктәбе (директоры – Айбулат Хәйбуллин);
– Әбйәлил районының Таһир Кусимов исемендәге гимназияһы (директоры – Әлфиә Афзалова).


Вернуться назад