Иң мөһиме — быйыл да бергәбеҙ25.01.2013
Иң мөһиме — быйыл да бергәбеҙБаҫманың аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына яҙылғандар отто

Яңы йылдың тәүге айында уҡыусыларыбыҙҙы барлау, баҫмабыҙға яҙылып, лотерея уйынында ҡатнашыу өсөн квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр һәм иғлан ителгән акцияға ҡушылғандар араһында еңеүселәрҙе билдәләү матур йолаға әүерелде. Быйыл да гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтарын оҙаҡ көттөрмәйек тип бәйгегә йомғаҡ яһарға ашыҡтыҡ.

Иң тәүҙә "Коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһының еңеүселәрен асыҡланыҡ. Бүләк хужаларын билдәләү бурысын был юлы кескәйҙәргә түгел, ә баҫмабыҙҙың 2012 йылғы лауреаттарына тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, улар ҙа быны ҙур ихласлыҡ менән атҡарҙы. Лототрон эргәһенә тәүҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаевты саҡырҙыҡ. Ул I урын өсөн вәғәҙә ителгән бүләк хужаһын билдәләргә тейеш ине. Рауил Төхфәт улы тартып сығарған ҡағыҙҙа "БДУ-ның Сибай институты" тигән яҙыуҙы күргәс, ғәжәпләнеүебеҙҙе йәшермәнек. Коллективтар араһында "Башҡортостан"ға иң күп яҙылғандарҙың береһе тап ошо уҡыу йорто ине. Шулай итеп, шифаханаға путевка сибайҙар өлөшөнә төшкән булып сыҡты.
II урынға тип инселәнгән бүләк эйәһен М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова "тапты". Принтер Бөрйән районының Тимер мәктәбе коллективына тапшырыласаҡ. Был белем усағы уҡытыусылары өсөн дә шатбыҙ, сөнки быйылға ҡәҙәр ҙә гәзитебеҙгә дәррәү яҙылып килделәр.
III урынға дәғүә итеүсене асыҡлауҙы күренекле драматург Наил Ғәйетбайға йөкмәттек. Ул был сараға үтә яуаплы ҡараны: лототронды оҙаҡ ҡына әйләндереп, ашыҡмай ғына ҡағыҙҙарҙың береһен тартып алды. Һөҙөмтәлә Наил Әсғәт улы Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы коллективын бәхетле итте. Вәғәҙә ителгән спорт кәрәк-ярағын оҙаҡ һәм һөҙөмтәле файҙаланырға яҙһын.
Акцияла ҡатнашып та, бүләкһеҙ ҡалғандарҙың бер үк кәйефе төшмәһен. Беҙҙең өсөн һәр уҡыусыбыҙ ҡәҙерле. Әлбиттә, һеҙҙең приз өсөн генә яҙылмауығыҙҙы беләбеҙ. Быйыл да "Башҡортостан" гәзите менән бергә булыуығыҙ өсөн һәммәгеҙгә лә ҙур рәхмәт!
Коллективтары менән гәзиткә яҙылыусылар араһынан еңеүселәрҙе ҡотлағандан һуң да лауреаттарыбыҙҙы лототрон эргәһенән ебәрергә ашыҡманыҡ. Лотерея уйнатып, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһынан биш кешене еңеүсе иттек. Һәр йылдағыса, был сарала ҡатнашырға теләүселәр күп ине, редакцияға 200-гә яҡын квитанция килде. Үкенескә ҡаршы, уларҙың ҡайһы берҙәрен лототронға төшөрөп булманы. Беренсенән, уйын шарты буйынса лотерея отошонда баҫманың биш тапҡыр сыҡҡанына яҙылғандар ғына ҡатнашты. Икенсенән, уҡыусыларыбыҙ үҙҙәре бутағанмы, әллә почта хеҙмәткәрҙәренең иғтибарһыҙлығы сәбәплеме, квитанцияларҙа "Республика Башкортостан" гәзитенең индексы күрһәтелгәйне. Шуға бәйле үтенесебеҙҙе еткерәбеҙ: киләсәктә индекстарҙы ентеклерәк ҡарап, дөрөҫ тултырһағыҙ ине.
Ә лауреаттарға килгәндә, улар бәхетлеләр һанын арттырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек тип ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Аҙаҡ: "Квитанцияларҙы тартып сығарғанда, "Башҡортостан" менән дуҫлығын оҙаҡ йылдар өҙмәгәндәрҙең еңеүсе булыуын теләнек", — тип серҙәрен систеләр. Биш призер ҙа тап шундайҙыр тип ышанабыҙ.
Бына улар:
Ғәзиз Яратов — Баймаҡ районының Абдрахман ауылынан;
Фирүзә Мәхмүтова — Ишембай районының Этҡол ауылынан;
Мансур Йәнекәев — Әлшәй районының Ибрай ауылынан;
Юлай Фәхрисламов — Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан;
Дамира Мөхәмәтова — Ишембай ҡалаһынан.
Махсус бүләктәргә лайыҡ булдылар:
Ғәлимә Ғәлиева — Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан;
Рәүзиә Кәлимуллина — Борай районының Борай ауылынан.
Хөрмәтле еңеүселәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Йорт-ерегеҙгә именлек, рух ныҡлығы һәм "Башҡортостан"ға тоғролоҡ һаҡлауығыҙҙы теләйбеҙ!
Бүләктәрҙе редакциянан бер ай эсендә килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ. Паспорт, социаль номер һәм пенсия страховкаһы таныҡлығы күсермәләрен дә онотмаһағыҙ ине.
Беҙҙең менән бәйләнешкә инергә теләһәгеҙ, 272-96-90; 272-62-61 телефондарына шылтыратығыҙ.


Вернуться назад