"Мосолмандар, үҙҙәре мохтажлыҡ кисереп торған хәлдә лә, кешенән ярҙамға өмөт итмәй. Аллаһтың ризалығы өсөн булһын тип, үҙҙәренә үтә лә ҡәҙерле ризыҡтан фәҡирҙәргә, етемдәргә өлөш сығара. "Асыу һәм күңелһеҙлектәр алып килгән Ҡиәмәт көнөндә Раббыбыҙҙың хөкөмөнән ҡурҡабыҙ", — ти улар. Шуның өсөн Аллаһ уларҙы ана шул көндөң бәлә-ҡазаһынан ҡотҡарыр, йөҙҙәренә — нур, күңелдәренә ҡыуаныс бирер".
"Әл-Инсан" ("Кеше") сүрәһе,
8 — 11-се аяттар.
Йомартлыҡ, мохтажлыҡ кисергән һәр кемгә ярҙам итеү — имандың татлы бер емеше, күңелдә урын алған мәрхәмәт-шәфҡәттең гүзәл сағылышы. Әммә малды уңға-һулға таратып, исраф итеү ҙә дөрөҫ түгел. Аллаһ биргәндең ҡәҙерен ебәрмәй, бәндәләр менән уртаҡлаша белеү шарт.
"Ҡулыңды елкәңә йәбештереп ҡуйған кеүек һаранланып та барма, йомарт булам тип, саманан да үтеп китмә, — тип өйрәтә Ҡөрьән. — Шулай була ҡалһа, бәндәләр ҙә хупламаҫ, үҙең дә борсолоуҙан ҡотола алмаҫһың".
"Әл-Исра" ("Төндәге күсереү") сүрәһе, 29-сы аят.
Донъяның асыуҙан күмелеп китә яҙған мәлдәре бар. "Күрә алмаусанлыҡ һәм дошманлыҡ холоҡтоң тотанаҡһыҙ булыуынан килә, — тип өйрәтә ғалимдар. — Ундай кеше ыҙғыш өсөн сәбәп эҙләп кенә йөрөй. Күп нәмәне дуҫтарса хәл итеү урынына, маһайыусанлығы һәм наҙанлығы сәбәпле, аҙым һайын ыҙғышҡа юл асып ҡына тора".
Дин әһелдәре, дини юлбашсылар элек-электән бәндәләргә яҡшылыҡ, игелек, киң күңеллелек кеүек кешелеклелектең сағыу өлгөләрен күрһәтеп килгән, тормош һабаҡтарын тыуыр быуындарға ла ҡалдырып киткән.
"Кешелә киң күңеллелектең булмауы — етешһеҙлектәрҙең насарҙан да насары, үс алыуға ашығып барыу — гонаһтарҙың иң олоһо", — тигән Ғәли хәҙрәт.
Мосолманды Ҡөрьән киң күңеллелеккә әйҙәп кенә тора: "Һеҙҙең аранан күңеле йомарт, малы етерлек булғандар ҡәрҙәштәренә, фәҡирҙәргә, Аллаһ юлында күсенеп йөрөгәндәргә өлөш сығарыуҙан туҡталып ҡалмаһын, бәндәләрҙе ғәфү итһен, бәхилләтә белһен. Аллаһтың үҙегеҙҙе лә ярлыҡауын теләмәйһегеҙме ни? Ул бит ысын мәғәнәһендә — Ярлыҡаусы, Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе".
"Нур" сүрәһе, 22-се аят.
(Сәләх Суҡбаев менән Нурмөхәмәт Ниғмәтуллиндың "Дин — ул нәсихәт" тигән китабы буйынса).