Хәрәкәт бәрәкәтле булһын ине25.01.2013
Хәрәкәт бәрәкәтле булһын ине(Рауил Бикбаев, "Ышаныстар һәм борсолоуҙар", 2012 йыл, 28 ноябрь)

Депутатыбыҙ үҙ яҙмаһын Рәсәйҙә барған бөгөнгө киҫкен, хәүефле мәсьәләләргә арнаған. Мәҡәләне ҡат-ҡат уҡып сығып, унда күтәрелгән проблемаларға ҡарата үҙ фекеремде белдермәксе булдым.

"Илар бала атаһының һаҡалы менән уйнай" тигән беҙҙең халыҡ. Рәсәйҙең ҡайһы бер ғалимдары, сәйәсмәндәре, булыр-булмаҫ депутаттары илде тотоп торған милли республикаларҙың, өлкәләрҙең бөтөн булыуын күрә алмай, үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып, бөгөнгө федераль ҡоролошто нисек тә юҡ итергә ынтыла. Заманында иң көслө тип иҫәпләнгән, ныҡ ҡоралланған армияға эйә булып, бөтә донъяны баҫып алып, миллиондарса халыҡты тубыҡландырырға маташҡан Гитлер ҙа юҡҡа сыҡты, халҡын оятҡа ҡалдырҙы. Бөгөн дә шуның аҙымын ҡабатларға теләүселәр бар, ахырыһы.
Мәҡәләлә телгә алынған ғалим Юрий Жуковтың урыҫ булмаған телдәргә ҡарата кире мөнәсәбәте тарихсының аң-белеме самалы икәнлеген күрһәтә. Кешенең күңел донъяһын аңлағандар телгә бер ваҡытта ла һүҙ тейҙермәй, милли мәсьәләне ҡуҙғатмай, уға ҡағылған осраҡта ла саманы белә, уйлап һөйләй.
"Динһеҙҙе дингә өйрәтеп була, әммә аҡылһыҙҙың башын ярып, аҡыл һалып булмай", — ти торғайны әсәйем. Үҙ яғын ғына ҡайырған бәндәләр күбәйеп китте бөгөн Рәсәйҙә. Урынлымы, урынһыҙмы — үҙ һүҙен һөйләп маташалар, бер-береһе менән өҙлөкһөҙ талашалар, һуғышалар, ер бүлешәләр, йыһан өсөн ғауғалашалар... Улар өсөн меңәр йылдар элек тыуҙырылған халыҡ ижады ла, төрлө телдә яҙылған әҫәрҙәр ҙә ҡиммәт түгел.
Үткән йылдың 13 декабрендә "Беренсе канал"дағы "Поединок" тигән телетапшырыуҙа В. Жириновский менән М. Прохоров бәхәсләште. Икеһе лә милли республикаларҙы бөтөрөп, 15 кенә биләмәнән торған Рәсәй дәүләтен төҙөү хаҡында тылҡыны. "Фекерҙәре, ниәттәре бер булғас, ниңә ыҙғыша һуң былар?" тигән һорау тыуҙы миндә. Улар өлкәләрҙе бүлешеп алып бөткән, был төбәктәргә үҙ партияһынан губернатор тәғәйенләй икән, тигән имеш-мимеш тә ишетелеп ҡалды аҙаҡ...
Республикаларҙы бөтөрөү ҡыйын булмаҫ ул, әммә халыҡтар берҙәмлеген, Рәсәй дәүләтенең бөтөнлөгөн тергеҙеү — бер теленгән икмәкте киренән йәбештереү — мөмкин түгел. Тарих ҡабатланасаҡ.
Былтыр көҙ Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте стретегияһы проекты төҙөлдө. Унда илдәге халыҡтарҙы уҡмаштырып, Рәсәй милләтенә әйләндереү тураһында һүҙ бара. Был эш күптән — паспортта милләтте яҙыуҙы тыйыуҙан башланғайны. Халыҡ ундай ҡарар менән риза булмаһа ла.
"Урыҫ милләтенән башҡа халыҡтарҙың үҙ дәүләтселеге лә, биләмәһе лә булмаған", тиелә стратегия проектында. Ә бит тарихты алдап булмай. Мәҫәлән, башҡорт халҡының ере Тобол йылғаһынан Каспий диңгеҙенә тиклем йәйелеп ятҡан. Шулай уҡ Яҡут, Алтай, Себер халыҡтарын меңдәрсә йыл буйы йәшәгән биләмәләренән мәхрүм итеү мөмкин түгел. Ошондай ныҡлы тамырлы милләттәрҙе бер Рәсәй милләте итергә тырышыу — туҙға яҙмаған хыял ғына. Ғөмүмән, әлеге стратегия халыҡтың башын бутау, аңын томалау өсөн генә тыуҙырылған тигән фекерҙәмен.
Илгә, халыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе АҠШ-ҡа ҡарап, уларса хәл итергә тырышалар. Америка — төрлө ерҙән йыйылған, тимәк, иленә, теленә, халҡына булған тоғролоҡтан, илһөйәрлек тойғоһонан мәхрүм кешеләр тарафынан төҙөлгән дәүләт. Уға тиңләшергә тырышыу булдыҡһыҙлығыңды күрһәтеүгә тиң. Беҙгә илебеҙҙәге байлыҡты дөрөҫ файҙаланыу, һәләтле белгестәргә ыңғай йүнәлеш биреү, уларға лайыҡлы эш хаҡы түләү, тейешле хеҙмәт шарттары тыуҙырыу мөһим. Алға китеште тәьмин итеү өсөн шулай уҡ милли республикаларҙың үҙбилдәләнешен, үҙаллылығын тергеҙеү һәм тейешле һалым йыйыуҙы юлға һалыу зарур. Юғиһә бөгөнгө хәл — республикаларҙың тир түгеп тапҡан аҡсаһының күп өлөшөн үҙенә алып, аҙаҡ, кәрәк сағында, төбәктәргә инәлтеп кенә, тамсылап тиерлек биреү — Федераль үҙәкте биҙәмәй. Халыҡ нисек йәшәргә тейеш һуң? Киләсәгебеҙ өмөтлөмө?
Уҡыу-уҡытыу өлкәһенә килгәндә, Рауил Төхфәт улы әйтмешләй, заманса технологиялар йәш быуындың фекерләү ҡеүәһенә, психологияһына кире йоғонто яһай. Бала иншаларҙы, мәсьәләләрҙең әҙер яуабын Интернеттан, йә булмаһа рәсми әсбаптан күсереп яҙа, әҙәби әҫәрҙәр уҡымай икән, наҙанлыҡ нисек тамыр йәймәһен?
Туған телдәргә иғтибар бөтә барыуында, минеңсә, тотош йәмәғәтселектең ғәйебе бар. Мәҫәлән, башҡорт теленә дәүләт статусы бирелгәс, барыбыҙ ҙа шатландыҡ. Әммә был ҙур мәсьәләгә алдан әҙерләндекме? Уҡыу-уҡытыу әсбаптары, программалар, махсус белемле уҡытыусылар хәстәрләнмәне. Аҙаҡ килеп, барыһы ла бергә килеп тығылды. Шуға күрә, әйтәйек, урыҫ мәктәптәренә төрлө милләт кешеләре килеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән әҙерлекһеҙ дәрес бирә башланы. Һөҙөмтәлә предметтың бәҫе төштө. Етмәһә, дәреслектәр ҙә, программалар ҙа юҡ. Ауылдарҙан күпләп килтерелгән уҡытыусылар торлаҡ мәсьәләһе алдында баҙап ҡалды. Уларҙың байтағы әле лә ятаҡта көн күрә.
Стратегия проектында урыҫ телен уҡытыуға, уны көсәйтеүгә баҫым яһала, был милләттең мәҙәниәтен киңәйтеүгә күп урын бирелә. Ә башҡа халыҡҡа иғтибар юҡ. Шуға ла бөгөн милли мәктәптәр ябылыу өҫтөндә, меңәрләгән уҡытыусы эшһеҙ ҡала. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла педагогтарға льготалар булды: ҡаланыҡылар утҡа, торлаҡҡа 50 % ташламанан файҙаланһа, ауылдыҡылар утын менән тәьмин ителде, башҡа хеҙмәттәргә мәғариф бүлеге түләй ине. Бөгөн педагогтарға ундай иғтибар бармы? Ә телевидениела, Интернетта улар хаҡында күпме кире мәғлүмәт ағыла! "Ир ҡаҡҡанды мир ҡаға" ти халыҡ мәҡәле. Уҡытыусыларға үҙҙәренең элекке уҡыусылары, хәҙер инде юғарыға күтәрелгән башлыҡтар ҡаршы сыҡҡас, башҡаларға ни ҡала?
Әле дин дәрестәре лә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыта башлаған осорға хас ауырлыҡтарҙы кисерә. Етмәһә, әйтеүҙәренсә, ул туған телдәр иҫәбенә уҡытыла. Тимәк, быны мәкерле сәйәсәт тип аңларға була.
Ә динде уҡытыуҙан фәтүә булырмы? Рауил Төхфәт улы әйтмешләй, бер кластағы төрлө милләт балаларына үҙ диненең нигеҙҙәрен өйрәтеү бурысы тора. Тимәк, уларҙы ике-өс төркөмгә бүлергә, әллә күпме уҡытыусыға эш хаҡы түләргә кәрәк буласаҡ. Экономия маҡсатында туған телдәрҙе уҡытыуҙы ҡыҫҡартҡан мәлдә дин дәрестәре индерелде. Ҡайҙа логика?
Дин буйынса уҡытыуға әлегә бер ни ҙә әҙер түгел. Мәктәптә дәреслекһеҙ, тейешле белгестәрһеҙ төплө белем биреү мөмкинме? Был бит иләк менән һыу ташыуға бәрәбәр. Бушты бушҡа ауҙарыу ғына булмаһа ярар ине.
Совет дәүерен яманлауға, уның етешһеҙ яҡтарын ғына күреүгә ғәҙәтләнеп киттек. Ә бит ул осорҙа беҙ иң күп китап уҡыған, гәзит-журнал алдырған ил булып иҫәпләнә инек. Бөгөн был йәһәттән маҡтана алабыҙмы? Әлбиттә, электрон китаптарға, мәғлүмәт сайттарына күсеү — алға китеш билдәһе, әммә ҡулға тотоп уҡыуҙың ләззәтен тоймаған кеше яҙманың йөкмәткеһен дә шул ҡәҙәр генә иҫендә ҡалдырып барыр һымаҡ. Бөгөн өлкән йәштәгеләргә лә, балалар өсөн дә китап етерлек, әммә уларҙы уҡыусы юҡ. Элекке кеүек ейән-ейәнсәргә әкиәт һөйләүҙе, бишек йырын көйләүҙе һағынып һөйләргә генә ҡалды. Улар бит үҙенә күрә ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә ине.
Йәш быуында милли рух тәрбиәләүгә етерлек иғтибар бүленмәй. Ҡайһы бер ата-әсә балаһын урыҫ класына бирергә тырыша. Ҡалаларҙағы башҡорт мәктәптәренә төрлө милләт уҡыусыларын алырға мәжбүр итеү эшкә тағы ла бер кәртә ҡуйҙы. Хәҙер был белем усаҡтарының күбеһендә элек башҡортса алып барылған саралар урыҫ телендә үткәрелә башланы. Милләт үҫешенә бына шулай төрлө яҡлап ҡыҫым яһала.
Үткән быуаттың 70 — 80-се йылдарында булһа кәрәк, милли мәктәптә белем алып килгән уҡыусылар юғары уҡыу йортона ингәндә имтихандарҙы туған телендә тапшырыу мөмкинлегенә эйә ине. Шул дәүерҙә бихисап милли кадр әҙерләүгә өлгәшелгәйне. Ә бөгөн? Әйтәйек, БДУ-ның ҡайһы бер факультеттарында әлегә тиклем эшләп килгән башҡорт төркөмдәре ябылды. Етмәһә, береһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм хоҡуҡ тарихын уҡытыу туҡтатылған...
Рауил Бикбаев уҡыу әсбаптарындағы етешһеҙлектәр хаҡында ла бик дөрөҫ әйткән. Яҙмала билдәләнгән кире күренештәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрендә лә етерлек. Китаптарҙы тотошлай ҡарап сығып, яңынан төҙөү мотлаҡ. Был эште мәктәп менән яҡындан таныш булмаған, унда бер дәрес тә уҡытып ҡарамаған ғалимдар түгел, ә тәжрибәле, белемле, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белгән уҡытыусылар башҡарһа, отошло буласаҡ.
Эйе, бөгөн хәрәкәттең һәләкәткә килтергән дәүере. Ошондай заманда иблистәр бик әүҙем эшләй — үҙенә файҙа килтерерҙәй ҡарарҙар ҡабул итеп, ябай халыҡтың мәнфәғәттәрен тапап үтә.
Хәрәкәтте бәрәкәткә әйләндереү өсөн берҙәмлек кәрәк. Ул булғанда, борсолоуҙар кәмеп, ышаныстар артыр ине.


Вернуться назад