Әүлиәләр рухы һаҡлай14.12.2011
Әүлиәләр рухы һаҡлай— Өләсәй, ауыл осонда ниндәй ҡәбер ташы тора ул?
— Әбйәлил тигән ишан ерләнгән унда, балам.
Ана шулай өлкәндәрҙән яҙа-йоҙа булһа ла ишетеп үҫтек Әбйәлил әүлиә хаҡында.
Әммә уның тураһында гәзит-китаптарҙа уҡымағанғамы, ниндәйҙер әкиәти зат һымаҡ та ҡабул иткәнбеҙҙер, бәлки. Ә ысынбарлыҡта ул 1766 – 1831 йылдарҙа йәшәгән ғилем эйәһе, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғәбделжәлил Ҡанһөйәр улы Ҡылысарыҫланов (Әбйәлил ишан) була. Яҙыусы Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның эҙләнеп яҙған әҫәре матбуғатта донъя күргәс, Ғафури районының Сәйетбаба ауылында ғүмер кисергән был зат республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә йәшәүселәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Ошо көндәрҙә Әбйәлил ишандың тыуыуына 245 йыл тулыу айҡанлы Сәйетбабала хәтер кисәһе уҙғарылды.
Эшҡыуар, философия фәндәре кандидаты Азат Фәйзуллин ҡәберлекте рәшәткә менән уратып алып, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙырҙы.
— Киләсәктә мосолман донъяһына билдәле шәхес исемендәге фонд булдырасаҡмын, аҡса бүләсәкмен, — тине ул.
Сараны ойоштороусы, урындағы ҡоролтай етәксеһе Закир Ишмырҙиндың сығышы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
— Беҙҙең ауылды әүлиәләр, изгеләр рухы һаҡлай. Башҡа яҡтарҙа бал менән бәрәңгегә ҡытлыҡ кисергәндә лә, беҙҙең кәм-хур булғаныбыҙ юҡ. Өлкәндәр, Ташбаш тауында әүлиә ҡәбере бар, тип һөйләй торғайны. Ошо тауға барған кешеләр һауығып, сәләмәтләнеп китеүе хаҡында әйтерҙәр ине. Беҙгә үҙебеҙҙең изге шәхестәребеҙҙе оноторға ярамай. Ундағы ҡәберлектәрҙе табып, иҫтәлекле таш ҡуйырға кәрәк, —тине.
Хәтер кисәһенә республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан мәртәбәле ҡунаҡтар, дин әһелдәре килгәйне. Улар Әбйәлил ишан рухына доға ҡылды, ҡорбан салды.
Яҙыусы Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның әүлиәнең төрлө хикмәттәре, мәҫәлән, нисек итеп Ҡазан сауҙагәрен төп башына ултыртыуы хаҡында һөйләүен залдағылар әҫәрләнеп тыңланы.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад