Оҙаҡ йәшәгең килһә, ҡанундарға буйһон!25.01.2013
Тәмәкегә ҡаршы көрәш артабан да ҡыҙмаҡсы. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары закон проектына яңы төҙәтмәләр, өҫтәмәләр тәҡдим итә.
Шуларҙың береһе — сигаретҡа оҡшатып эшләнгән бөтә әйберҙе (хатта һағыҙҙы ла) етештереүҙе тыйған өҫтәмә. Тәмәкегә ҡаршы закон проектының офиста тәмәке тартыу бүлмәләрен булдырыуҙы һәм яңы фильмда, телевизион тапшырыуҙа, театр сәхнәһендә төтөн һурыуҙы күрһәтеүҙе тыйған яңы төҙәтмә менән дә тулыланыуы ихтимал. Иҫке фильмдарҙа тәмәке көйрәтеү күренештәрен юҡ итеп булмаһа ла, әмәлен тапҡандар: экранда тәмәкеселәр күҙгә салынып ҡалғандан һуң никотиндың зыяны хаҡында социаль реклама "көрәшкә сығасаҡ".
Метро, вокзал һәм аэропорт менән тәмәке тартыу урыны араһын 10 метрҙан 15 метрға тиклем арттырыу талабының да ҡабул ителеүе ихтимал.