Артабыҙ!25.01.2013
Былтыр Рәсәйҙә тыуым 6,4 процентҡа артып, нисбәте 100 мең кешегә 13,3 тәшкил иткән. Илдең 79 төбәгендә сабыйҙар элекке йылдарҙағынан күберәк тыуған.

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ошо көндәрҙә үткәрелгән видеоселектор кәңәшмәһендә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова, дауалау-иҫкәртеү учреждениеларының баш табиптары ҡатнашты. Былтыр илебеҙ халҡы 1 миллион 700 меңгә артҡан, тип билдәләнде унда. Тәбиғи артым — 4 мең 600 кеше. Сабыйҙар үлеме 8,8 промилле тәшкил итә.
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Яковлева үҙенең сығышында илдәге демографик хәлгә баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, халыҡтың үлем сәбәптәре араһында беренселекте элеккесә ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре алып тора. Икенсе урында — яман шеш ауырыуҙары. Башҡортостанда ҡан әйләнешенә бәйле сирҙәрҙән вафат булыусыларҙың кәмеүе лә билдәләнгән.
Республикала былтыр тыуымдың 6,1 процентҡа артыуы, үлемдең 3 процентҡа кәмеүе — һөйөнөслө хәл, әлбиттә. Тәбиғи үҫеш әлегә ҙур булмаһа ла, төрлө сирҙән үлеү осрағының аҙайыуы, дәүләт тарафынан һаулыҡ һаҡлауға иғтибар артыуы киләсәккә өмөт уята.


Вернуться назад