Бик тә хәүефле был сир тураһында күптәрҙең белмәүе ихтимал. Описторхоз — паразит сир. 6–13 мм оҙонлоғондағы бәләкәй генә селәүсендәр кеше организмындағы органик матдәләр иҫәбенә йәшәй. Описторхоз ҡарышлауығы менән зарарланған карп төркөмөнә ҡараған балыҡ ризыҡтарын ашағанда кешенең дә, бесәй, эт, төлкө һәм башҡа хайуандарҙың да сирләүе бар.
Ошо ваҡ ҡына ҡарышлауыҡтар бөйән эсәге һәм үт ҡыуығы аша бауырҙың үт юлдарына эләгә. Йыш ҡына улар ҡалҡан аҫты биҙендә һәм үт ҡыуығында ла осрай. Организмға эләккәндән һуң өс-дүрт аҙна эсендә гельминттар үҫеп етеп, йомортҡа һала башлай. Айырым паразиттың күпме ғүмер йәшәүе билдәле түгел.
Селәүсен менән зарарланған кешенең сәләмәтлеге күҙгә күренеп ҡаҡшай: бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәре ҡалҡа, анемия күҙәтелә, аллергия йонсота. Гепатиттың, үт юлдарында таштарҙың барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡарышлауыҡ менән зарарланған кешеләр ҡурылдай быумаһы (тын ҡыҫылыу өйәнәге), шәкәр диабеты сирҙәрен ауыр үткәрә. Описторхоз менән бауыр шеше араһындағы бәйләнеш тә билдәле.
Был хәүефле сирҙе асыҡлауы ауыр, сөнки уға ғына хас айырым билдәләр юҡ. Диагнозды дөрөҫ ҡуйыу өсөн паразитологик тикшереү үткәрелә. Тәүге стадияла ҡанды тикшереүҙең серологик алымдары ҡулланыла. Паразиттар бик оҙаҡ йәшәй, белгестәр әйтеүенсә, 20 йылға ҡәҙәр кеше организмында оялап, һаулыҡҡа төҙәтеп бөтмәҫлек зыян килтереүе ихтимал.
Сирҙе иҫкәртеү саралары ябай:
— сей балыҡ ашамағыҙ, уны эшкәртеү ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ;
— балыҡты яҡшы ҡыҙҙырылған табала, ҡайнап торған майҙа 20 минут самаһы бешерегеҙ;
— йылымса тоҙлоҡҡа һалып, 15 градустан да түбән булмаған температуралы урында ике аҙна буйы тоҙларға кәрәк (1 кг балыҡҡа 270–290 г тоҙ алына);
— ыҫлау өсөн кәм тигәндә өс аҙна ваҡыт талап ителә. Тәүҙә балыҡ ауырлығына 12–14 процент тоҙ иҫәбенән ике-өс көн буйы тоҙлана;
— балыҡты 40 градусҡа тиклем туңдырғанда ҡарышлауыҡтар һәләк була.
Ҡыҫҡаһы, сирҙән һаҡланыу өсөн бешерелгән һәм зарарһыҙландырылған балыҡты ашағыҙ, аш-һыу әҙерләгәндә ҡулланылған кәрәк-яраҡты һәм ҡулығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ.
* * *
Һуңғы 15 йылда описторхоздың таралыу даирәһе киңәйҙе. Рәсәйҙең 26 төбәгендә, шул иҫәптән Алтай, Пермь, Красноярск крайҙарында, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләрендә описторхоз сығанаҡтары өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килгән. Был биләмәләрҙә балыҡтарҙың, йорт хайуандарының һәм ҡайһы бер ҡырағай йәнлектәрҙең йоғошло сирҙе эләктереүе билдәле.
Йыл һайын Рәсәйҙә описторхозды йоҡтороуҙың 40 меңгә яҡын осрағы асыҡлана. Ә ысынбарлыҡта ауырыуҙарҙың теүәл һаны рәсми статистиканан күпкә юғары. 2011 йылда илдең 63 төбәгендә сирҙең 31 567 осрағы теркәлде. Күпселеге — ҡала кешеләре (75 %). 1972 йылда сирҙең сағыштырма ҙурлығы ни бары 3,84 % тәшкил иткән булһа, 2011 йылда ул 40,39 %-ҡа етте.