Инсультҡа ҡаршы эсемлек25.01.2013
Һуңғы йылдарҙа ғалимдар йәшел сәйҙең файҙаһы тураһында күп һөйләй. Швеция ғалимдарының асыҡлауынса, ҡара сәйҙең дә шифаһы күп: уны көн дә дүртәр сынаяҡ эскән кешелә инсульттың барлыҡҡа килеү хәүефе 21 процентҡа кәмей икән.

Быны асыҡлар өсөн ғалимдар ун йыл буйы 75 меңгә яҡын сәйхурҙы күҙәткән. "Ҡара сәйҙәге флавоноид тигән берләшмә йөрәк һәм баш мейеһе өсөн шифалы", — ти белгестәр.
Ҡара сәйҙең файҙаһын күрер өсөн бер нисә шартты үтәргә кәрәк: көнөнә дүрт сынаяҡтан да кәм эсмәҫкә, ҡан баҫымын контролдә тоторға, араҡы ҡулланмаҫҡа һәм тәмәке тартмаҫҡа.


Вернуться назад