Ғорурланмаҫлыҡ түгел25.01.2013
"Дауаханабыҙҙы яба күрмәһендәр", тип хәүефләнә ауылдаштарым
Бик күп йылдар тракторҙа эшләнем. Хәҙер йыш ҡына сирләп алам, дауахана юлын тапамай сара юҡ.
Йыш ҡына медицина хеҙмәтенән ҡәнәғәтһеҙлек кисергән ауырыуҙарҙың дәғүәләрен уҡырға, ишетергә тура килә. Шул саҡта үҙебеҙҙең ниндәй яҡшы табиптар күҙәтеүендә булыуыбыҙҙы һиҙеп, ғорурланып та, шатланып та ҡуям. Ғәжәп, ни өсөндөр, Илеш районының Андреевка ауылы дауаханаһына гел генә мәрхәмәтле, булдыҡлы табиптар килеп эләгә лә тора. Заманында "РСФСР-ҙың атҡаҙанған врачы" исемен йөрөткән Леонид Петров атлы уҙаман яҡшы данын ҡалдырғайны. Дауаханала уның иҫтәлегенә хатта таҡтаташ та ҡуйылды. Унан һуң килгән Маркиз Байгилдинды тәжрибәле хирург, әллә күпме кешене үлемдән ҡотҡарған табип булараҡ беләбеҙ.
Әле дауаханаға Зөлфиә Флүс ҡыҙы Закирова етәкселек итә. Коллективта төрлө милләт кешеләренең берҙәм эшләүе күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ. Милләт-ара татыулыҡтың бер өлгөһө бит ул. Дауаханаға инеү менән тәртип, матурлыҡ күҙгә салына. Йәйгеһен сәскәгә күмелгән биләмәләренән айырылғы ла килмәй. Палаталар таҙа, шәфҡәт туташтары яғымлы. Зөлфиә ханым һәр ауырыуға иғтибарлы, кем булыуына ҡарамаҫтан, хәлен ентекләп һораша, тикшерә. Кәңәштәре генә түгел, нурлы, асыҡ йөҙө лә сирлеләрҙе терелтә торғандыр. Уның хаҡында йылылыҡ менән яҙылған бик күп рәхмәт хатын уҡып кинәндем. Ысын йөрәктән яҙғандары күренеп тора, ауыл халҡы ялағайланмай ул. Баш врач булараҡ та мәшәҡәте ифрат күп. Газы, һыуы, йылыһы өсөн дә ул яуап бирә бит.
Оҙай йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән хеҙмәткәрҙәре — Зөлфиә ханымдың ышаныслы терәге. Улдары ла үҙенә оҡшап бик аҡыллы. Ағиҙелгә ҡойған Баҙы, Сөн, Минеште йылғалары буйында урынлашҡан егермеләгән ауыл Зөлфиә Флүс ҡыҙы ҡарамағында. Ауыр сирлеләрҙең өйҙәренә барырға ла ваҡыт таба, ошо ауылдар халҡы: "Бер үк дауахананы яба күрмәһендәр инде", — тип ҡурҡып тора. Күп йылдар элек "Лукойл" компанияһы, дауаханаға ремонт үткәреп, беҙҙе һөйөндөргәйне. Шунан бирле уны һаҡлап ҡына тоталар, халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләйҙәрҙер, күрәһең.
Әйткәндәй, "Башҡортостан" гәзитенең һәр хәрефе беҙҙең ҡанға һеңгән инде ул. Совет осоронда колхоз яҙҙыра ине баҫмаға. Әле лә ошо яҡшы ғәҙәтте ташламайым, ҙур теләк менән гәзитте алдырып уҡыйым.