Аҡса урынына... тәмле аш25.01.2013
Йылан йылы донорҙар өсөн дә яңылыҡ алып килде: хәҙер ҡан биреү яңы ҡағиҙәләр буйынса алып барыласаҡ.
Элек клиникаларҙа ҡан тапшырған һәр кемгә аҡсалата компенсация түләнһә, быйылдан уның урынына туҡлыҡлы аш-һыу ғына биреләсәк. Медицина йәмәғәтселеге яңылыҡты бик һаҡ, аптырабыраҡ ҡабул итте. Совет осоронда һәм һуңғы йылдарҙа ҡан биргән һәр кемдең хеҙмәтен, фиҙаҡәрлеген баһалап, уны тәмле итеп һыйлауҙан тыш, ял көнө, аҡсалата түләү менән һөйөндөрҙөләр. Мәҫәлән, Мәскәүҙә яңыраҡ ҡына 100 мл ҡан өсөн 650 һум түләйҙәр ине. Тромбоцитоферез тип йөрөтөлгән ҡатмарлы процедура 4,5 мең һумға баһаланһа, эритроциттарҙы 6 мең һумға тапшырырға мөмкин булды. Төбәктәрҙә был һандар кәмерәк тәшкил итһә лә, ҡан бирергә теләүселәр һис тә аҙ түгел ине.
Табиптар саң ҡаға: аҡса түләнмәһә, кем донор булыр икән? Ә ҡан көткән ауырыуҙар былай ҙа ифрат күп. Өҫтәүенә, ҡан һатыу буйынса "ҡара баҙар"ҙың баш ҡалҡытыуы ла ихтимал. Интернетта иғландар, үтенестәр күренә башланы ла инде.
Яңы законды яҡлаусылар фекеренсә, һау-сәләмәт донорҙар кәмегәндән-кәмей, ҡайһы берәүҙәр аҡса эшләү өсөн генә ҡан бирергә мәжбүр. Бындай мөһим, яуаплы аҙымды яһағанда иғтибар үҙәгендә һан, күләм түгел, ә сифат торорға тейеш, тип иҫәпләй улар.