Ҡан биреүселәр оҙаҡ йәшәй25.01.2013
"Донор" һүҙенең латинса тәржемәһе — "бүләк итеү".
Медицина ихтыяждары өсөн илдә 1000 кешегә 40 донор тура килеүе шарт.
Йөрәкте туҡландырыусы тамырҙарҙан бер минут йүгереүсе ҡан миҡдары йөрәк тарафынан ҡыуҙырылғандың 4-5 процентын тәшкил итә (250 мл). Артериялар 2-8 секунд һайын ҡағып тора.
Ял иткәндә кешенең бөтә ҡаны бауырҙа минутына бер тапҡыр таҙара.
Әгәр ҙә кешенең ҡан тамырҙарының тотош оҙонлоғон иҫәпләһәк, ул 200 мең километр тәшкил итәсәк.
Иң киң танылған донор үҙ ғүмерендә 624 тапҡыр — 500 литр самаһы — ҡан биргән.
Даими рәүештә ҡан тапшырып торһаң, онкологик һәм башҡа ауыр сирҙәрҙе дауалауҙың яңы алымдары һауығыуға мөмкинлек бирәсәк.
Әүҙем донорҙар йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән һирәгерәк яфалана.
Япондар әйтеүенсә, ҡан төркөмө кешенең характерын һәм шәхси үҙенсәлектәрен билдәләй.
Йыл да Рәсәйҙең медицина учреждениеларында 1,5 миллион кешегә ҡан бирелә. Ә донъяла 85 миллиондан ашыу ҡан биреү осрағы теркәлгән.
Уртаса өс донорҙың ҡаны бер ауырыуҙы тәьмин итә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында донорҙар һаны 5,5 миллион кешегә етә. Армия 1,7 миллион литрҙан ашыу консерваланған ҡан менән тәьмин ителә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, даими ҡан биреүселәр оҙағыраҡ йәшәй.
Донор даими тикшеренеү үтеү һәм түләүһеҙ анализдар биреү иҫәбенә сәләмәтлек торошон контролдә тота. Үҙенең һау-сәләмәт булыуын ул яҡшы белә.