Ер шарында йәшәүсе һәр өсөнсө кеше донор ҡанына мохтажлыҡ кисерә. Рәсәйҙә лә ҡан тапшырыу мәсьәләһе бик мөһим. Йәмәғәтселектең хәлде яҡшы аңлауы һәм донорҙар хәрәкәтендә ҡатнашыуы сәләмәт быуын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Республиканың ҡан биреү станцияһы донорлыҡты пропагандалау, ҡанды һәм уның өлөшсәләрен әҙерләүҙе, ташыуҙы һәм һаҡлауҙы тәьмин итеү, медицина ойошмаларына ярҙам күрһәтеү үҙәге булып тора. Уның матди-техник кимәле юғары: донор ҡанын хәүефһеҙ, сифатлы итеп әҙерләүгә булышыусы кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Йыл һайын үҙәк 30 меңдән ашыу донорҙы ҡабул итә, белгестәр 18 мең тоннанан ашыу ҡан әҙерләй. 2013 йылдан башлап Ҡан биреү станцияһы шәмбе көндәрендә лә эшләй. Адресын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1-се йорт. Телефоны: 8 (347) 255-53-57. Транспорт менән "Профессиональ сирҙәр институты" туҡталышына тиклем барырға.