Күперле булдыҡ!14.12.2011
Күгәрсен районының Төпсән ауылы тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан. Ауылдың көньяғынан таҙа һыулы Оло Эйек йылғаһы аға, йәй көнө балалар унда кинәнеп һыу инә, балыҡ ҡармаҡлай. Ата-бабаларыбыҙ был урынды ултыраҡ тормош өсөн юҡҡа ғына һайламаған.
Ауылыбыҙҙың көнбайышында Әүлиә тауы бар. Был тауҙы йәш быуын кешеләре Берекмәтау тип тә йөрөтә, сөнки уның көнбайышынан Кесе Эйек йылғаһы Оло Эйеккә килеп ҡушыла, ике йылға берегә һәм Төпсән ауылын үҙ ҡосағына ала.
Тормошобоҙҙа йылғалар, күлдәрҙең әһәмиәтле урын биләүен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ ултыраҡ тормош ҡороу өсөн йылға буйҙарын үҙ иткән. Күпләп мал аҫрағандар, һунарсылыҡ иткәндәр.
Былтыр Күгәрсен районы ойошторолоуға 80 йыл тулды. Ошо дәүер арауығында район етәкселегенең егерме тапҡыр алмашыныуы билдәле. Әммә ауылыбыҙҙың ҙур проблемаһын улар хәл итә алманы. Эш шунда: Төпсән эргәһенән генә аҡҡан Оло Эйек йылғаһы оло юлға сығырға бирмәй. Күпер булмауы ауыл халҡына ниндәй уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуын әйтеп тораһы ла түгел.
Күптән түгел, ниһайәт, күперле булдыҡ. Уны “Йүрүҙәнкүпер” (“Юрюзаньмост”) йәмғиәте һалды (генераль директоры — Фәнил Дәүләтшин). Күптән көтөлгән күперҙе асыу тантанаһында Өфөнән килгән күренекле ҡунаҡтар ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мусиндың да төҙөлөш барышында ярҙам итеүе маҡтауға лайыҡ. Күпер төҙөтөүҙе юллап Өфө юлын тапаған 80 йәшлек пенсионер-уҡытыусы ветеран Миңнулла Әлимғоловҡа ла ауыл халҡы рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Ә. МИҢНУЛЛИН.
Күгәрсен районы,
Төпсән ауылы.


Вернуться назад