Миҙалдың икенсе яғы25.01.2013
Миҙалдың икенсе яғыN районында бер йылда дәүләт бүләген алған биш ҡатындың дүртәүһе фажиғәле вафат булған
Әсә. Оло мәғәнәгә эйә был һүҙ. Әсә донъяға йән бирә, йәм өҫтәй. Ҡояш менән йәнәш ҡуйып йөрөтөлгән ошо илаһи һүҙ менән сабыйҙың теле асыла. Ғалимдар — хеҙмәттәрендә, шағирҙар ижадында уларға дан йырлай. Эйе, барыбыҙға ғүмер бүләк иткән әсәләр ҙур хөрмәткә, оло ихтирамға лайыҡ.

Йәшерен-батырын түгел: СССР тарҡалғас, илебеҙҙә ҡатын-ҡыҙға иғтибар кәмеп ҡалғандай булды. Хатта бер мәл ниндәйҙер аҡыллы баштар 8 Март байрамын юҡҡа сығарырға ла маташты. Аллаға шөкөр, сабыйҙарға ғүмер бүләк итеп, төн йоҡоларын йоҡламайса, уны бағып үҫтергән әсәләрҙе ҙурлау, уларға йылы ҡараш – республика етәкселегенең сәйәсәтендә төп йүнәлештәрҙең береһе. 1998 йылда илдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла башланы. Бөгөнгәсә республикала биш меңдән ашыу гүзәл зат ошо миҙал менән бүләкләнгән. 2001 йыл республикала Әсә йылы тип иғлан ителгәйне. Күп балалы ҡатындарға пособие түләнә. Ун һәм унан да күберәк сабый тәрбиәләгән ғаиләләргә “Газель” автобусы бирелә.
Һүҙ юҡ, тәбрикләйҙәр, ҙурлайҙар. Әммә барыһы ла ошондай шөһрәткә лайыҡмы? Эшем буйынса халыҡ араһында йыш булырға тура килә. Ауылға ҡайтып-китеп йөрөгәс, миҙал алған бәғзе ҡатындарҙың нисек йәшәүен кеше аша ишетеп кенә түгел, үҙем күреп тә беләм. Улар хаҡында һүҙ сыҡһа, “бала табыуҙы кәсеп итеп алдылар, аҡса бирәләр бит”, тип кенә ебәрәләр. Күптән түгел Б. районынан килгән инәй ҙә ошо хаҡта һөйләп ултырҙы.
— Ауылыбыҙҙа эскенән башҡаны белмәгән ҡатынға миҙал биргәндәр. Бер көн баҫмағыҙҙа шуның фотоһын күреп шаҡ ҡаттым, – тип башланы ул һүҙен. – Гәзиттә яҙырлыҡ ниндәй хеҙмәт күрһәткән ул? Өйөндә лә эшләмәй бит, һыйыр түгел, хатта тауыҡ та тотмай. Яҙын бәрәңге сәсә лә йәй буйы баҡсаһын сығып та ҡарамай. Унан йөрөйҙәр теләнселәп. Ундайҙарҙың теле һуң! Минең кеүек шунса бала табып ҡарағыҙ әле, тип маһайып йөрөйҙәр!
Ҡайһы ваҡыт шундай кешеләрҙе ялҡаулыҡҡа дәүләт үҙе өйрәткән һымаҡ тойола. Пособиеһын бирәләр, балаларын мәктәптә айырым ашаталар. Йыш ҡына мохтаж ғаиләләр өсөн хәйриә акциялары ойошторалар, ҡайһы берәүҙәр үҙ сабыйҙарынан ҡалған кейемен бирә. Әммә ундай әҙәмдәр көс түгеп табылғандың ҡәҙерен беләме?
Хушлашыр алдынан инәй:
– Ниңә шундай әҙәмдәргә миҙал бирәләр икән? Һин бит шул тирәлә йөрөйһөң, беҙҙең үтенесте еткерһәңсе, – тине.
Әсәләргә миҙал тапшырыу тантанаһынан шаҡтай ғына репортаж яҙырға тура килде. Бер йылды беҙҙең ауыл хакимиәтенән бишме-алтымы ҡатын килгәйне. Уларҙың барыһының да нисек йәшәгәнен яҡшы беләм, ҡайһыларының балаларына ҡарағанда шешәне яҡыныраҡ күреүе лә мәғлүм. Шул ваҡиғанан ярты йыл үттеме-юҡмы, Әнисә исемле (исеме үҙгәртеп алынды) ҡатындың ауыл янындағы ағаслыҡта аҫылынып үлеүе хаҡында ишеттем. Ул көндө йорт эше менән булашып йөрөй инем. Әнисәне яҡындан белгәс, ҡулыма эш барманы, ҡатындың береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙары күҙ алдынан китмәне. Хәҙер уларҙы кем иркәләр ҙә кем йыуатыр? Иң бәләкәс игеҙәктәре имгән булған, төндәрен күкрәк һөтө таптырған. Һуңынан ишетеүемсә, миҙалды алып ҡайтҡандан һуң улар эскенән бушамаған.
Күптән түгел шул ауыл кешеһен осратҡас, балаларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһындым. Өлкәнерәктәрен туғандары бүлешеп алған, ә бәләкәстәрен балалар йортона тапшырғандар.
Икенсе ҡатындың исемен Гүзәл тип алайыҡ, балалары күрше-тирәнән йә икмәк, йә шәкәр һорап тамаҡ туйҙыра. Ә “әсә” тигән бөйөк исемде йөрөткән әҙәмдә бала, донъя хәстәре юҡ. Урам буйынан, үҙе кеүек төшөрөргә яратҡан әхирәттәренән ҡайтып инә белмәй ул.
Гүзәлдең беҙҙең ауылға килен булып төшөүе – үҙе ғибрәтле ваҡиға. Тәүге ирен ниндәйҙер енәйәт арҡаһында төрмәгә ултырталар. Көндәрҙең береһендә ике бала менән ҡалған йәш ҡатын апаһына ҡунаҡҡа килгән еренән икенсе берәүҙе осрата. Бергә тора башлауҙарына өс йыл тигәндә йәнә өс балаға ғүмер бүләк итә. Табыуын-таба ла ул, әммә уларҙы тәрбиәләргә генә ваҡыты ҡалмай шул.
Ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә уны баш ҡалаға оҙатыу үҙе бер афәткә әүерелә. Ярашлы кейем һайлап — тегенеһенән туфли, быныһынан күлдәк, кофта эҙләп арманһыҙ була улар. Кемдәндер алҡа, беләҙектәр ҙә алалар. Эскелек менән мауыҡҡан ҡатындың төҫ-башы таушалғанлыҡтан, уны биҙәү ҙә урындағы етәкселек иңенә төшә. Күҙ-ҡашына һөрмә тартып, ирендәренә ҡыҙыл яғып, бер сама ҡиәфәткә индерәләр.
Ауылға бер ҡайтҡанымда ҡыҙыҡһынып, уларҙың йортона ла индем һәм бындағы күренештән телһеҙ ҡалдым. Түшәк-мендәр ҡарағыһыҙ булып ҡатҡан, иҙәндә бер иле бысраҡ. Хужабикәгә тауыҡ кетәгендәй өйҙө йыйыштырып алыу бер ни тормай кеүек. Нимә үҫтерәләр икән, тиеберәк бер юлы баҡса тирәһен дә ҡараштырҙым. Бәрәңге сәскән булғандар, тик әҙәм буйылай үҫкән алабута араһынан көҙөн ниндәй уңыш йыясаҡтары билдәле инде. Ҡыяр, помидор, кишер кеүек йәшелсә күҙгә салынманы.
Бындай ҙа ғаиләлә үҫкән балалар ниндәй тәрбиә күрә? Килер бер көн: малайҙар – берәүҙең ире, ҡыҙҙар кемдеңдер ҡатыны булыр. Ғәҙәттә, ундайҙар әрһеҙ була, кәләшен дә тиҙ үк табалар, кейәүен дә. Әммә уларҙың кемделер бәхетле итеренә, матур балалар үҫтереренә шикләнәм...
Миҙаллы ҡатынды баш ҡаланан ҡаршы алыу үҙе кеүек эскегә әүәҫтәр, бергә ҡатышып, ашап-эсеп йөрөгән дуҫ-иштәре өсөн оло байрам, кесе туйға әүерелә. Ҡайтышлай “герой” магазиндан тоҡсай-тоҡсай араҡы тейәп ала. Аҙна буйы йылға буйҙары гөрләп тора, миҙалды рюмкаға һалып, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп “йыуалар”, оҙаҡ эсеп йөрөп хатта юғалтып ҡуялар.
Бер нисә йылдан Гүзәлдең тәүге ире төрмәнән ҡайта ла биш балаһы менән уны кире килеп ала. Әммә бер аҙҙан икенсе иренән тыуған сабыйҙар уға артыҡ күренә башлай. Быға миҙаллы әсә һис тә аптырап ҡалмай: өс малайын эйәртә лә уларҙың аталары янына китә. Тик “хәстәрлекле әсә”нең сабыйҙарын тыуған йортона, атайҙары янына тиклем килтереп ҡуйырға хәле етмәй – күрше ауылға ҡәҙәр оҙата ла үҙҙәрен генә ебәрә. Ә үҙе хәҙер, рәхәтләнеп, биш балаға пособие алып ята. Йә Хоҙайым, ошондай “кәкүктәр”ҙе баш ҡала һынлы баш ҡалаға машинала алып килеп, гөлләмәләр биреп, күкрәгенә “Әсәлек даны” миҙалы ҡаҙайбыҙ. Улар быға лайыҡмы? Халҡыбыҙҙың “бала табыу һөнәр түгел, уны бағыу – һөнәр” тигән аҫыл әйтемен улар беләме?
Өсөнсө ҡатын хаҡында иренең апаһынан ишеттем.
— Киленде эҙләп хәлдән тайҙыҡ, – тине ул. – Йәш балам бар тип тормай, сығып китә лә ғәйеп була. Ауыл ҙур бит, тиҙ генә табырмын тимә. Әле бер, әле икенсе кешегә барып инә лә эсеп тик ята. Сит ирҙәр менән сыуала.
Мәҡәләне уҡығас, ҡайһы берәүҙәр, был хәбәрсе күп балалы әсәләрҙе ҡараға мансыуҙы маҡсат итеп ҡуйған, тип дәғүә белдереренә шикләнмәйем. Әлбиттә, бөтә ҡатындарҙы ла бер ҡалыпҡа һалыу – төптө килешмәгән эш. Миҙал алыусылар араһында бына тигән итеп донъя көткәндәр ҙә бихисап. Мәҫәлән, Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәгән Ләйсән менән Ринат Табулдиндарҙың ғаиләһенә ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ. Яңғыҙы ғына үҫкән Ләйсән – бөгөн үҙе һигеҙ бала әсәһе. Район үҙәгендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, күпләп мал тоталар, йөҙәрләп ҡаҙ үҫтерәләр. Йәнә Күгәрсен районының Мораҡ ауылында алты бала тәрбиәләгән Баймырҙиндарҙы бөтәһенә өлгө итеп ҡуялар.
…Күптән түгел бер төркөм әсәне йәнә Өфөгә саҡырҙылар. Ҙурланылар, тәбрикләнеләр: миҙал таҡтылар, күпмелер премия бирҙеләр.
Миҙалдың икенсе яғы ла матур булһын ине…

Гүзәл СИТДИҠОВА, шағирә:
– Законда ҡаралғанса, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән барлыҡ әсәләр ҙә бүләкләнергә тейеш. Әммә унда ”тәрбиә” һүҙе лә бар бит әле. Ошо һүҙгә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәкмәйме икән? Минеңсә, урындағы власть органдары теге йәки был ҡатынды миҙалға тәҡдим итер алдынан уның тәртибен иҫәпкә алырға тейеш.
Гүзәл КАМАЛОВА, журналист:
– Мин үҙем Б. районынан. Беҙҙә лә бар ундай хәсрәт әсәләр. Бер йыл ауылыбыҙҙағы ғаиләгә “Газель” машинаһы бүләк иттеләр. Улар шул машинаға күмәкләп тейәлешеп, кәйеф-сафа ҡороп йөрөнө һәм, күп тә үтмәй, ауып, уны емереп тә ҡуйҙы. “Әсәлек даны” миҙалын һәр йәһәттән лайыҡ ҡатындарға ғына бирергә кәрәк тигән ҡараштамын.


Вернуться назад