Ветерандар әүҙемләште25.01.2013
Нефтекама ҡалаһында һуғыш, хәрби хәрәкәт һәм хеҙмәт ветерандарының меңдән ашыуы көн күрә. Һуңғы ике категорияға ҡарағандарҙы бергә туплаған йәмәғәт ойошмаһы уҙған быуаттың 90-сы йылдарында әүҙем генә эшләп килде, һуңыраҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында тарҡатылды.
Ҡораллы Көстәр сафында Тыуған илде һаҡлауҙы һөнәр итеп һайлағандар үҙҙәренең социаль проблемалары менән яңғыҙы тороп ҡалды. Элекке хеҙмәттәштәр һәм фекерҙәштәр менән аралашыу, иҫтәлектәрҙе һәм көндәлек мәшәҡәттәрҙе уртаҡлашыу өсөн даими осрашып тороу тураһында онота ла башланы улар. Әлбиттә, ҡалала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы уңышлы һәм әүҙем эшләп килә. Уның рәйесе Людмила Байрамова, совет ағзалары афған һуғышында, Төньяҡ Кавказдағы һәм башҡа урындарҙағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙың үтенесен һәр саҡ аңлап ҡабул итә, хәлдән килгәнсә ярҙам күрһәтә. Был категория ветерандары араһында әле эшләп йөрөүселәр ҙә бихисап.
Ҡыҫҡаһы, һәр береһенең үҙ тормошо, үҙ шөғөлө һәм, әлбиттә, үҙ мәнфәғәттәре бар. Ошоно яҡшы аңлаған бер төркөм — элекке хәрбиҙәр — ветерандар хәрәкәтен тергеҙергә ҡарар итте. Йыйылышта ойошма советын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде, бюро ағзалары һәм етәксе һайланды.
Аныҡ тәҡдимдәр ҙә әйтелде. Шуларҙың бер нисәһе — егеттәрҙе әрмегә әҙерләүҙә, йәш быуынды хәрби-ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә уҡыу йорттары менән берлектәге эште йәнләндереү, мәктәптәргә оло тормош һәм хәрби хеҙмәт юлы үткән ветерандарҙы беркетеү, февралдә буласаҡ киң ҡоласлы оборона айлығында әүҙем ҡатнашыу.