Батырҙарын ил онотмай25.01.2013
Салауат ҡалаһында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан өс батырҙың ғаиләһенә торлаҡ сертификаты тапшырылды.
Владимир Осадчий ҡырҡ йәшендә өс айҙан ашыу Чернобыль атом электр станцияһындағы шартлау менән бәйле махсус операцияла ҡатнашҡан.
— Рәсәй Хөкүмәтенең ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ, аҡсалата түләүҙәрҙән һәм льготаларҙан файҙаланабыҙ. Хәҙер бына торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ла мөмкинлек тыуҙы, — тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша ул.
Чернобыль фажиғәһенән һуң 27 йылға яҡын ваҡыт үтте. Ошо йылдар арауығында “чернобылсе”ләргә үҙ хоҡуҡтарын даулап митингка сығырға ла, аслыҡ иғлан итергә лә тура килгеләне. Шуныһы яҡшы: бөгөн Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы программа Башҡортостанда тулыһынса үтәлде. 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем торлаҡҡа сиратҡа баҫҡандарҙың барыһы ла дәүләттән ярҙам алды. Араларында Салауаттан да бәхетле өс ғаилә бар.