Сәфәр сығыр көндө иртән ҡар яуып, буран ҡоторҙо. Мишкәлә лә һауа шарттары шундай икән. Беҙ бер аҙ албырғап ҡалдыҡ.
— Ҡасан килһәгеҙ ҙә рәхим итегеҙ! — тип хәлгә инергә тырыштылар район хакимиәтенән шылтыратып. Ләкин беҙҙең хәбәрселәр төркөмө, ҡар саҡ ҡына туҡтағайны, тәүәккәлләргә йөрьәт итте.
Машина кәйкәләй-кәйкәләй Бөрө ҡалаһын үтеп, Мишкә сигенә еткәс, беҙҙе район хакимиәтенең “УАЗ”-ы ҡаршы алды. Тракторҙар юлды таҙарта. Иншалла, район үҙәгенә хәүеф-хәтәрһеҙ “һә” тигәнсе барып еттек.
Хәтер ебе 2006 йылдың 6 мартына барып тоташты. Райондың хәрби комиссариаты урынлашҡан ике ҡатлы ағас йортта (ул ауыл осондағы һабантуй майҙанына
күсерелде) физик мөмкинлектәре сикләнгән, ләкин йәшәүҙән йәм табырға, спортта бәхетен һынап ҡарарға теләүселәр өсөн Паралимпия үҙәге асылды. “Ә ни өсөн Мишкә ерендә?” тигән һорау тыуыр, бәлки. Сәбәп шунда: яҡташтары Кирилл Михайловтың Туриндағы Паралимпия уйындарында еңеү яулап, Башҡортостанға ғына түгел, тотош Рәсәйгә дан килтереүе район етәкселеген ошондай ҡарарға килергә рухландырған да инде.
Туриндан һуң дүрт йыл үткәс, Ванкуверҙағы Паралимпия уйындарында Кирилл Михайлов өс, уның дуҫы, Стәрлетамаҡтан башҡорт егете Ирек Зарипов дүрт тапҡыр еңеү яулап, тотош спорт донъяһын шаулатты. Артабан да улар саңғыла шыуыу һәм биатлон буйынса Донъя кубогының төрлө этаптарында дан-шөһрәт ҡаҙанды. Ике дуҫ сираттағы ярыштарҙан һуң Башҡортостанға әйләнеп ҡайтыу менән туп-тура Паралимпия үҙәген асыу тантанаһына юлланды.
Мишкә ере, Кирилл Михайловтан тыш, былтыр апрелдә Пензала өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй чемпионы исемен яулаған Эренбург Миксонов, саңғыла уҙышыу буйынса республика кимәлендәге ярыштарҙа үҙенең һәләтен күрһәтеп өлгөргән IХ класс уҡыусыһы Артур Апсалямов кеүек мөмкинлектәре сикләнгән, ләкин
ихтыяр көсө буйынса һау-сәләмәт кешеләрҙе лә көнләштерерлек ир-егеттәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Әле инвалидтарҙың спорт менән шөғөлләнеүе өсөн халыҡ-ара талаптарға яуап биргән Паралимпия үҙәгенең икенсе сиратын сафҡа индереү бара. Төҙөлөш былтыр ғинуарҙа башланған. Ике ҡатлы бейек кирбес бинала, ҡышҡы һалҡын, ҡар-буран тип тормай, эштәр бер көнгә лә туҡтамай. Төҙөүселәр донъяларын онотоп кирбес һала, бер нисә кеше иретеп йәбештереү менән мәшғүл. Улар араһынан берәү, шат йылмайып, беҙҙе ҡаршыларға ашыҡты.
— Һаумыһығыҙ, егеттәр! — тип саф башҡортса сәләм бирҙе ул. Участка начальнигы Альфред Заһитов икән.
— Ҡайһы яҡ егетеһең? — тип һорамайынса булдыра алманым.
— Мишкәнеке. Атайым — Янағыш татары, әсәйем — башҡорт, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылынан. Байтаҡ ғүмерем шунда, башҡорт мөхитендә, үтте...
Үҙәктең директоры Роман Ямалиевтың әйтеүенсә, Альфред Ғиндулла улы рейхстагка беренсе булып байраҡ ҡаҙағандар иҫәбендәге данлыҡлы яҡташыбыҙ Ғизи
Заһитовтың нәҫел-нәсәбе икән дә баһа!
Юлдаштарым менән икенсе ҡатҡа күтәреләбеҙ. Уларҙың аңлатыуынса, бында тренажер залы, массаж кабинеты, тренерҙар һәм судьялар өсөн махсус бүлмәләр, бассейн, сауна, егерме кешелек ҡунаҡхана буласаҡ. Әлбиттә, бөтәһе лә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡулайлаштырылған: пандустар, иркен коридор, киң итеп эшләнгән ишек уйымдары, сафҡа инәсәк лифт — ошо әйткәндәргә дәлил.
Аҫта, тау битләүендә, биш саҡрымлыҡ саңғы трассаһы һуҙылған. Шулай уҡ инвалидтарҙың мөмкинлегенә ҡарап 1,5 саҡрымлыҡ, тағы ла 200 метрлыҡ яҡтыртылған трасса һалыу ҙа күҙ уңында тотола. Ә йәйгеһен бында рәхәтләнеп йүгерергә, тәгәрмәсле конькиҙа шыуырға мөмкин.
Үҙәк спорт ҡорамалдары менән дә тейешенсә тәьмин ителгән. Теләүселәрҙең саңғы-сана, тәгәрмәсле коньки, палатка кеүек кәрәк-яраҡ алып тороу мөмкинлеге бар.
Төҙөлөштә әле 30 кеше эшләй. Заманса бинаны файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты менән ҡыҙыҡһынам.
— Ошо йылдың октябренә өлгөртәсәкбеҙ! — тип ышаныслы яуап бирҙе Альфред Заһитов. — Сөнки район хакимиәтенең дә, республика етәкселегенең дә, урындағы халыҡтың да көслө терәген тоябыҙ.
Паралимпия үҙәге сафҡа инһә, ул күнекмәләр, төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреү урынына әүереләсәк. Мөмкинлектәре сикләнгән һәр кемде ҡәҙимге тормошҡа ҡайтарыу өсөн дә киң юл асыласаҡ: тәжрибәле тренерҙар улар менән махсус программа буйынса шөғөлләнәсәк.