Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова рәйеслегендә Белорет районында үткән күсмә кәңәшмәлә республиканың көньяҡ-көнсығышындағы демографик хәл тикшерелде.
Сарала ҡатнашыусылар демографияға ҙур йоғонто яһаған тыуым, үлем һәм миграция күрһәткестәрен тикшерҙе. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, төбәктә халыҡ һаны 2010 йылдан 2012 йылға тиклем 3,4 процентҡа кәмегән. Сабыйҙар һаны ла аҙайған: 2010 йылда бер мең кешегә — 18,1, 2011 йылда — 17,4, 2012 йылда 16,7 сабый тура килгән. Шулай ҙа көньяҡ-көнсығышта тыуым коэффициенты республика буйынса сағыштырғанда юғарыраҡ. Былтыр төбәктә 3 502 кеше вафат булған (2011 йыл менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа күберәк).
Кәңәшмәлә күтәрелгән мәсьәләләр медицина учреждениеларында белгестәр етмәүгә, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ халыҡҡа дауалау хеҙмәте күрһәтеү сифатына ла ҡағылды. Муниципаль власть тарафынан һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына ярҙам күрһәтеү, улар менән эш итеү алымдары тикшерелде.
Бынан тыш, Лилиә Ғүмәрова Белорет ҡалаһындағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында булды, муниципаль-ара махсус медицина үҙәгенең эше менән танышты.
P.S. Производство перчаток в Уфе. Доставка от одной упаковки по городу Уфа бесплатно!