Үҙ мөйөшөңә, етмәһә, өр-яңы торлағыңа тәүләп аяҡ баҫҡанда ниндәй хис тыуа, тойғо кисерелә? Был һорауға яуаптар берҙәй үк булмаһа ла, һис шикһеҙ, оҡшаштыр. Моғайын, күңелдәренә ҡыуаныс тулыуын, иртәгәһе көнгә ҙур ышаныс тыуыуын әйтерҙәр.
Мәләүез ҡалаһында өй туйлаған йәштәр үҙҙәрен күктең етенсе ҡатындағылай тойҙо. Шулай булмай һуң! Өр-яңы торлаҡ хужалары булһындар әле! Фатирҙарҙың туғыҙы — етем балаларға, алтауһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ сиратта торған йәш ғаиләләргә бирелде.
Ҡаланың Көньяҡ урамындағы 3-сө йорт республиканың Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды заказы буйынса ни бары һигеҙ ай эсендә ҡалҡты. Хужаларына оҡшамаҫлыҡ та түгел шул: заманса материалдар файҙаланылған, һыу йылытҡыс ҡорамалдар ҡуйылған.
Фатир асҡысы тапшырыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Малик Вахитов өй туйлаусыларҙы ихлас ҡотлап, республика етәкселегенең мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышыуын әйтеп үтте.
Үҙ мөйөшө булыуына сикһеҙ ҡыуанған Ирина Лаптева етемдәрҙең күңелен йылытырҙай ошондай ҙур хәстәрлек күргәндәре өсөн етәкселәргә барыһы исеменән оло рәхмәт белдерҙе.
— Хәҙер һис икеләнмәй ғаилә ишәйтә алабыҙ, сөнки бала тәрбиәләү өсөн бөтөн шарттар бар. Ә был, минеңсә, барыһынан да мөһимерәк, — тине ул, тулҡынланып.