“Рәсәй өсөн һәр бала мөһим” — “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостанда ғәмәлгә индерелгән проекты шулай атала.
Дөйөм федераль проектты тормошҡа ашырыу тураһында партияның төбәк сәйәси советы президиумының быйылғы тәүге ултырышында иғлан ителгәйне. Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова бер тауыштан проекттың төбәк координаторы итеп һайланды.
— Әле Рәсәйҙә балаларҙы яҡлау маҡсатында бер нисә көслө программа эшләй башланы, — тине ул. — Бөгөн беҙ партияның өр-яңы дөйөм федераль проектын ғәмәлгә индерәбеҙ. Республикабыҙҙа уның һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыуына өмөтләнәм. “Берҙәм Рәсәй” үҙ иңенә лидер, көйләүсе, партнер һәм дипломат бурысын ала. Ул етемдәрҙең мәсьәләләрен хәл итеү өсөн барлыҡ власть органдары менән хеҙмәттәшлек итәсәк.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев яуаплы һәм мөһим проектҡа етәкселек итергә ризалыҡ биргән өсөн Милана Скоробогатоваға рәхмәт белдерҙе, уға эшендә уңыштар теләне, ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
P.S. Производство перчаток в Уфе. Доставка от одной упаковки по городу Уфа бесплатно!