Етемдәр фатирлы булды24.01.2013
Ҡуян ауылында “Йорт асҡысы — етем балаларға” тигән район программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте.
Етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын үтәү тураһындағы ҡануниәткә ярашлы, Краснокама районында опека һәм попечителлек органы, урындағы хакимиәт социаль торлаҡҡа мохтаж булған балаларҙың иҫәбен алып бара, уларҙы фатир менән тәьмин итеү буйынса эш башҡарыла. Яңы йылдың тәүге айында район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин 14 кешегә йорт асҡысы тапшырҙы.
Былтыр районға ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 9 337 930 һум, федераль бюджеттан 6 735 869 һум аҡса бүленгән. Ул тулыһынса үҙләштерелгән. Ҡуянда һәм уға яҡын ауылдарҙа әҙер фатирҙар һатып алынған, шулай уҡ социаль торлаҡ төҙөлгән. Былтыр 21 кеше фатир менән тәьмин ителгән. 2011 йылда 8 174 400 һум аҡсаға 15 балаға 12 фатир һатып алынды.