Баш ҡалала А киҙеүе менән 16 сирләү осрағы теркәлгән. Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, 21-се дауаханала был вирустан шәкәр диабетынан яфаланған ир вафат булған.
Һуңғы аҙнала Өфөлә 8 600 кеше, шул иҫәптән 5 меңдән ашыу бала грипп йоҡторған. Был күрһәткес аҙналыҡ эпидемия кимәленән 67 процентҡа юғарыраҡ. Өс аҙна эсендә 24 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор ауырыуы эләктергән. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөһрә Шаһиева әйтеүенсә, ҡалала карантин иғлан ителгән. Ул барлыҡ медицина ойошмаларына, уҡыу йорттарына ҡағыла. Әммә был дәрестәрҙе туҡтатыуҙы түгел, ә санитария-эпидемиологик контролде көсәйтеүҙе күҙ уңында тота.
P.S.
Производство перчаток в Уфе. Доставка от одной упаковки по городу Уфа бесплатно!