Хәүеф арта24.01.2013
Башҡортостанда быйылғы ҡыштың тәбиғәт-климат шарттары энергетиктарҙың эшен ҡатмарлаштыра. Ғинуарҙың өсөнсө ун көнлөгө тағы ла ауырыраҡ булмаҡсы.

Республиканың таулы райондарында “Боҙлауыҡ” режимы иғлан ителде. Юғары вольтлы электр сымдарына боҙ ҡата. “БашРЭС” йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сымды боҙҙан таҙартҡанда электр менән тәьмин итеү туҡтамай. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, шулай уҡ үҙәк райондарҙа көслө ҡар яуа. Хәйбулла районында боҙ ҡатыш ямғыр яуҙы. Энергетиктар был төбәктә лә “Боҙлауыҡ” режимы буйынса эшләй.


Вернуться назад