Ислам бөрөләнгән мәл24.01.2013
Әле мөбәрәк Рабиғел-әүүәл (мәүлит) айы бара. Ул 13 ғинуарҙа башланды һәм 10 февралгә ҡәҙәр дауам итә.

“Мәүлит” ғәрәпсә “тыуыу” тигәнде аңлата. Айҙың 11-се кисенән 12-се төнөнә ҡарай һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа ғәләйһис-сәләм донъяға килгән. Шуға ла ул мосолман донъяһында ҙур әһәмиәткә эйә, Ҡәҙер кисенән ҡала икенсе урында тора. Пәйғәмбәребеҙгә ҙур ихтирам күрһәтеп, Рабиғел-әүүәл айының 11-се кисен — Мәүлит кисе, 12-се көнөн Мәүлит көнө тиҙәр. Быйыл был байрамдар 23-24 ғинуарға тура килә.
Мөхәммәт Мостафа ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн, ғөмүмән, тотош Мәүлит айын мосолман халҡы бик ҙурлап билдәләй. Унда фәҡир һәм етемдәргә ярҙам итеү, Ҡөрьән мәжлестәре үткәреү, пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтеү сауаплы ғәмәл һанала.


Вернуться назад