Һеҙ виртуаль сәйәхәткә әҙерме?24.01.2013
“Фото-сфера.рф” сайты эшләй башланы. Уның ярҙамында Башҡортостан буйлап виртуаль сәйәхәт ҡылырға мөмкин.

Порталда республикалағы иҫтәлекле урындарҙың фотолары урынлаштырылған. Улар араһында Ҡариҙел тауы, Ҡыҙыл Шишмә, Павловка ГЭС-ы, Красноусол ауылы, Ирәмәл тауы бар. Йәмғеһе — 12 объект һәм 60 панорамалы фото.
— Виртуаль Башҡортостанды күрһәтеү идеяһы 2011 йылда тыуғайны, — ти проекттың авторы Руслан Батыров. — Командала биш кеше эшләй башланыҡ, ярты йыл әҙерләндек. Ҡорамалдар, шулай уҡ осоу аппараты һатып алдыҡ. Фотоларҙың барыһы ла былтыр йәй төшөрөлдө.
Әле Башҡортостан тураһында танып-белеү порталы әҙерләнә. Уның ярҙамында республикалағы билдәле бер районға йәки төбәккә виртуаль сәйәхәт ҡылырға мөмкин.


Вернуться назад