Кемдәргә пенсия күберәк?24.01.2013
Әле Башҡортостанда 100 меңдән ашыу кеше “Оҙайлы эш стажына эйә булған хеҙмәт ветераны” тигән исемде йөрөтә.
Граждандарҙың әлеге категорияһы республикабыҙҙа былтыр 1 ғинуарҙан ғәмәлгә ингәйне. Улар төбәктәге льготалы кешеләр һанының 22,5 процентын тәшкил итә. Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветерандарына айына 145,93 һум өҫтәп түләнә.
Былтыр республика ҡаҙнаһынан әлеге маҡсатҡа 163 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Рәсәйҙә дөйөм билдәләнгән пенсия йәшенә (ир-ат — 60, ҡатын-ҡыҙ — 55 йәшкә) еткәс, 40 һәм 35 йыллыҡ эш стажына эйә булған, башҡа льготаларҙы файҙаланмаған кешеләр ошондай исемде алыу өсөн йәшәгән урыны буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә тейеш.