Ҡағыҙ йыябыҙ24.01.2013
Өфөлә макулатура йыйыу буйынса экологик акция башланды. Уның төп бурысы — ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу мәсьәләһенә иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
— Көн һайын офистарҙан, фатирҙарҙан бик күп ҡағыҙ ташлайҙар. Һәр беребеҙ тырышлыҡ һалған осраҡта ошо ҡағыҙҙы күп тапҡыр файҙаланыу, меңдәрсә ағасты ҡотҡарыу мөмкинлеге тыуыр ине, — ти акцияны ойоштороусыларҙың береһе Руслан Хафизов.
Әлеге сара Өфөнөң Киров районындағы 17 мәктәптә уҙғарыла. Тәүге көндә 7 тонна макулатура йыйылған. Февралдә эстафетаны Ленин районы ҡабул итәсәк.