"Эшкә машина менән барырға ҡурҡып торам, ниңәлер етәкселек туҡталҡа тураһында хәстәрлек күрмәгән бит. Шуға ла "ат"ымды юл буйында ҡалдырырға тура килә. Әлбиттә, хәүефле, әммә башҡа сара юҡ", – тип Өфөләге бер танышым аһ-зарын һөйләп торғайны. Яңыраҡ туҡтарға ярамаған урында ҡалдырылған машинаһын полиция хеҙмәткәрҙәре эвакуаторға тейәп алып киткән дә хәҙер штраф менән бергә дүрт мең һумға яҡын аҡса түләргә кәрәк икән.
Баш ҡала урамдарын киңәйттеләр, был – һәйбәт күренеш. Юлды иркенәйтеү буйынса эш быйыл да дауам итәсәк. Элекке тар урамдар хәҙер күпкә яҫырҙы кеүек, әммә машиналарға махсус урын булдырыу тураһында ныҡлап уйланылмаған шул. Күп кенә урындарҙа туҡталҡалар булмау сәбәпле, водителдәр машинаһын ҡайҙа етте шунда ҡалдырып китергә мәжбүр, ә был йыш ҡына коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшен тотҡарлай, ҡайһы бер урындар ҡарҙан таҙартылмай ҡала.
Өфөнөң ниндәй генә урамын алма, һәр ерҙә ниндәй ҙә булһа тәртипһеҙлек күрергә мөмкин. Халыҡ машинаһын тротуарҙа ла ҡалдырған, магазин йә офистың ишегенә терәп тигәндәй ҡуйған, хатта икешәр рәткә теҙелеп киткәндәре лә бар. Газондарҙа ҡышын бәләкәй генә туҡталҡалар барлыҡҡа килә. Балалар майҙансығына инеп "ҡунаҡлаған"дары ла етерлек.
Сауҙа-күңел асыу комплекстарына ял итергә килеүселәргә лә машинаны урынлаштырыу ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Мәҫәлән, Октябрь проспектындағы "Мир" сауҙа һәм күңел асыу үҙәгенең "бушлай" туҡталҡаһына инеү өсөн 15 декабрҙән башлап шәхси эшҡыуар Фиактистовҡа 20 һум түләргә кәрәк. Шуныһы ҡыҙыҡ: туҡталҡаға инмәй генә Бессонов урамына тура үтеп китеү өсөн дә шул хаҡты ҡалдырырға тура килә. Әле ошо сәбәпле үрҙә аталған урамда ҙур тығындар барлыҡҡа килде лә инде. Был хәл тураһында Өфө ҡалаһы хакимиәте лә, полиция ла, прокуратура ла яҡшы белә, әммә комплексҡа ингән һәр машинанан "хәйер" йыйыу һаман булһа дауам итә. Кеҫәһенән артыҡ аҡса сығарырға теләмәүселәр шуға ла машинаһын юл буйында ҡалдырып китеүҙе хуп күрә, ә полиция хеҙмәткәрҙәре, шуны ғына көткәндәй, ниндәйҙер кимәлдә ҡамасау тыуҙырғандарын эвакуатор ярҙамында штраф туҡталҡаһына оҙатыу яғын ҡарай.
Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге урамда ла мәхшәр: халыҡҡа тротуар буйлап йөрөргә урын юҡ, унда, әлеге лә баяғы, машиналар "хужа булған". Ике көн буйына яуған ҡар ҙа йәйәүлеләргә мәшәҡәт өҫтөнә мәшәҡәт өҫтәй. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр тәбиғәт көйһөҙлөгөн тиҙ арала еңә алмай, шуға ла бөтөнләй таҙартылмаған урындар бар, күп кенә урамдарҙа әле булһа ҡар өйөмдәре ята.
Үҙәк урамдар былай таҙартылып тора, юлға реагенттар ҙа түгелә, буғай. Автомобилселәргә — хөрриәт, әммә коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләр файҙаһына эшләмәй кеүек. Тайып ҡолағандар етерлек, сөнки боҙға ҡом һибеү хәҙер – һирәк күренеш.
Пархоменко урамында ла тығындар йыш була, сөнки ике яҡлап та машиналар биләп алғас, былай ҙа тар урам тағы "нескәргән". Әлбиттә, водителдәрҙе лә аңларға мөмкин: эшең ошо тирәлә булғас, ни хәл итәһең – ҡайһы саҡта ҡағиҙәне лә боҙаһың инде.
Азат СӘҒӘҘӘТОВ, офис хеҙмәткәре:— Ҡалабыҙҙа туҡталҡалар һирәк. Ниндәйҙер күңел асыу, сауҙа комплекстары асыр йәки офис төҙөр алдынан машиналар ҡуйыу урыны булдырыу мәсьәләһе күҙ уңынан ысҡынмаһын ине.
Айсыуаҡ ФӘТИХОВ, студент:— Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: коммуналь хеҙмәттәр юлды һуңғы көндәрҙә яуған ҡарҙан таҙартып өлгөрә алмай. Әйткәндәй, донъя чемпионаты ваҡытында ла шундай хәлдәр булғайны. Ҡайһы саҡта тротуарҙан да үтерлек түгел, һуҡмаҡ ҡына ята. Был заманса мегаполисты биҙәгән күренеш түгел, әлбиттә.