Көсөргәнеште кәметмәкселәр23.01.2013
Европала һәм Ҡытайҙа тауарҙарға хаҡтың ҡышҡы байрамдар уңайынан кәметелеүенә бәйле “Рәсәй почтаһы” сит илдәрҙән әйберҙәр килеүҙең артыуына әҙерләнә.
Былтырғы тәжрибәгә ҡарағанда, заказ күләме быйыл да аҙ булмаясаҡ. Сит илдәрҙең күпселегендә бәләкәй пакеттарҙы тикшереү алымы ябайлаштырылған, ә Рәсәйҙә был йәһәттән талап юғары. Ошоға бәйле почтаны эшкәртеүҙең һәм ташыуҙың оҙаҡҡа һуҙылыу ихтималлығын иҫәпкә алып, Рәсәй почтаһы Федераль таможня хеҙмәте менән ябай корреспонденцияны тотҡарлыҡһыҙ үткәреү мөмкинлеге хаҡында һөйләшеү алып бара.
Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, былтыр республикала ситтән килгән халыҡ-ара корреспонденция күләме 700 мең берәмек, йәғни 2011 йыл менән сағыштырғанда 20 процентҡа күберәк тәшкил иткән.