Ун биштең беренсеһе23.01.2013
“Рәсәй почтаһы” предприятиеһының яңыртыу проектына ярашлы, Нефтекамала реконструкциянан һуң сираттағы элемтә бүлексәһе асылды. Ул дүрт мең кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнә.
Заманса бүлексә корпоратив стилдә эшләнгән, клиенттар залы киңәйтелгән. Бина яңы мебель, заманса техника, махсус стендтар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, бүлексәлә видеокүҙәтеү системаһы, кондиционерҙар эшләй, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Яңыртыу эшенә, дөйөм алғанда, дүрт миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Әйткәндәй, был бина — быйыл республикабыҙҙа яңыртылырға һәм сафҡа индерелергә тейешле 15 бүлексәнең тәүгеһе.