Иманлы аҡһаҡалыбыҙ23.01.2013
Иманлы аҡһаҡалыбыҙРәсәй тарихында Ватан һуғышы — иң данлыҡлы һәм иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе. Бынан 200 йыл элекке оло яуҙа башҡорттар ҙа батырҙарса һуғышҡан, еңеүгә үҙенең ҙур өлөшөн индергән. Ҡаһарманлыҡ әле лә онотолмай, хәтерҙе яңыртыу маҡсатында саралар йыш үтә. Мәҫәлән, республиканың “Төньяҡ амурҙары” һәм “Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи реконструкция клубтары йыл һайын Ватан һуғышы ваҡиғаларын һынландырыуҙа ҡатнаша. Былтыр Бородино яланына “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзаһы булараҡ, полк муллаһы сифатында аҡһаҡалыбыҙ Ғиндулла Шәйәхмәтов та барып ҡайтты.

Сәйетбаба ауылының имам-хатибы, мәктәп директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусыһы, Ж. Кейекбаев музейының алыштырғыһыҙ директоры булып оҙаҡ йылдар эшләгән мәғариф ветераны, Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы ул.
— Полктағы имамдар дин әһеле генә түгел, ысын мәғәнәһендә яугир ҙә булған. Ҡаты алыштарҙа уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, ҡулына һөңгө алып, ҡыйыу һуғышҡан улар. Ә яу туҡтап торған мәлдәрҙә йәмәғәт намаҙы ойошторғандар, һуғышсыларҙың ватансылыҡ рухын күтәреп, еңеүгә дәртләндергәндәр. Яуҙа ҡорбандар күп була, ә уларға йыназа уҡып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ерләү — мулланың хәстәре, — ти Ғиндулла Ширияздан улы.
Әлеге сәфәрендә ил ағаһы Ҡөрьән уҡып, изге урынға әйләнгән яугирҙәр һәйкәле янында башҡорт һуғышсыларының рухын һөйөндөрөп ҡайтты, уларҙың батырлығы онотолмауын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Ғиндулла Ширияздан улының белеменә, тәрән аҡылына, хәтеренең яҡшылығына, зиһененә, зыялылығына һоҡланмау мөмкин түгел. Уны тыңлаған һайын үҙеңдә лә ватансылыҡ хистәре арта.
“Беҙгә динде, мәҙәниәтте үҫтерергә кәрәк. Тыуған илде, телде яратҡанда ғына йәмғиәтебеҙ алға китәсәк, ә тарихты белмәгән халыҡ юғаласаҡ”, — тип йәштәргә нәсихәттәр бирә ил ағаһы.
Ғиндулла ағай — ысын мәғәнәһендә ил ағаһы. Ватанын, туған халҡын яратҡан кеше генә атҡара ала ул үтәгән бурыстарҙы. Арҙаҡлы шәхескә ҡоростай сәләмәтлек, ғаилә именлеге, аҡыллы кәңәштәре, фәһемле фекерҙәре менән иман нуры таратып йәшәүен теләйек.


Вернуться назад