Ҡатнаш никахтың әсе һабаҡтары23.01.2013
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ғаиләләрҙең яртыһынан күбеһе айырылыша. Сәбәптәре күп, шуларҙың береһе — ҡатнаш никах. Быны үҙемдең күҙәтеүҙән сығып әйтәм.
Әсәйемдең ҡустыһы һуғыш ваҡытында Мәскәүҙә бик матур мәрйәгә өйләнгән. Аҙаҡ шаярып еңгәйгә һәр ваҡыт "мәрйә" тип өндәшә ине. Еңгә беҙҙең тормошҡа тиҙ күнегеп алды, телде өйрәнде, ислам динен ҡабул итте, ләкин фани донъяға китер алдынан балаларына "христиан дине ҡанундары буйынса ерләгеҙ" тип әйтеп ҡалдырған. Улар әсәләренең теләгенә ҡаршы килергә баҙнат итмәгән һәм, ағайыбыҙҙан йәшереп, ҡулына шәм тотторғандар, икона ҡуйғандар. Зыяратта барыһы ла асыҡланғас, ағай тауышлана башланы. Мин уны тынысландырҙым да ул… Тик хәҙер улар икеһе зыяраттың ике яғында ята.
Бер фажиғәле хәлде лә телгә алмаҡсымын. Танышымды студент саҡта күрше ҡалаға практикаға ебәргәндәр. Ул шунда төпләнде, күренекле шәхес булып китте, урыҫҡа кейәүгә сыҡты. Егеттең әсәһенә башҡа милләтле килен оҡшаманы. Йәш әсә һәр ваҡыт эштә булды. Берҙән-бер ейәнсәрен өләсәһе үҙенсә тәрбиәләне һәм уны әсәһенә ҡаршы ҡотортто. Һөҙөмтәлә ғаилә тарҡалды. Бала, әсәһе менән ҡалһа ла, ике арала йөрөнө. Ҡыҙ, бәләкәйҙән дөрөҫ тәрбиә алмағанға, әсәһенә ҡарата нәфрәт йөрөтөр хәлгә етте. Гел ыҙғышып йәшәнеләр. Ә инде танышым хаҡлы ялға сыҡҡас, бөтөнләй түҙемлеге ҡалманы. Ҡыҙы уны гел мәсхәрәләне, хатта ҡул күтәреүгә тиклем барып етте. Ҡатын өйөнән сығып китергә мәжбүр булды, кеше тупһаһында йөрөнө. Хатта шул ваҡытта ла ҡыҙы өсөн ҡайғыра ине. Оҙаҡламай ул үҙ-үҙенә ҡул һалған... Был аяныслы хәл әле һаман йөрәкте әрнетеп тора.
Мин берәүҙәр насар, икенселәр яҡшы тип әйтергә теләмәйем. Һәр милләттең үҙ ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, теле, тәрбиә алымдары бар, әммә, нисек кенә булмаһын, тәү сиратта динебеҙ айырыла. Йәш саҡта был хаҡта уйланмаһаң да, аҙаҡ күңел үҙ ҡиблаһына тартыла башлай. Бүтән милләт кешеһе менән сәсте сәскә бәйләр алдынан ошо хаҡта оноторға ярамай.