Халыҡ шағиры хаҡ әйткән23.01.2013
Иманлы кеше яҡшы һүҙ һөйләүҙән туҡтамаҫ. Яҡшы һүҙ — йән аҙығы, ти халыҡ. Миҫалға Рауил Бикбаевтың шиғырынан өҙөк килтерәм.

Мин аҡһаҡты бар яһаным —
Аяҡлыға булһын һабаҡ.
Мин сулаҡты бар яһаным —
Зарланмаһын ҡуллы ҡабат.
Мин күҙһеҙҙе бирҙем ергә —
Күҙ ҡәҙерен белһен күҙле.
Мин телһеҙҙе бирҙем ергә —
Һүҙ ҡәҙерен белһен һүҙле.
Бәндәләрҙән ҡаҙытамын
Мәңгелек йорт — гүр-ҡәберҙе.
Бәлки, шул саҡ ҡәҙерләрҙәр
Нур ғүмерҙе, ғәзиз ерҙе.
Был юлдарҙы вәғәз тип тә, нәсихәт тип тә атап була. Күпме аҡыл, фәлсәфә ята ошо өҙөктә! Тормош ҡәҙерен, йәшәү мәғәнәһен аңлап, зарланмай йәшәргә өйрәтә. Барҙың ҡәҙерен белергә кәрәк. Әйтәйек, һыңар күҙле полководец Кутузов, Ганнибал (тарихтан ул да билдәле), инглиз вице-адмиралы Нельсон — өсөһө лә һыңар күҙле булған. Тарих төпкөлөн өйрәнһәк, Юлий Цезарҙың ораторлығы әлеге көндәрҙә лә маҡтала. Һалдаттары йоҡоға талғас, төнө буйы ултырып, уларҙың йөрәгенә үтерлек телмәр төҙөгән, иртән сығыш яһаған ул. Төрлө сәбәп табып аҡланабыҙ. Ана, Рауил Бикбаев бәләкәй генә шиғырҙа күпме фәһем алырлыҡ фекер әйткән!
Һүҙем бөгөнгө хәл хаҡында. Аҡса юҡ, тип зарланабыҙ. Халыҡ: "Күп тә бөтә, аҙ ҙа етә", — тигән. Һеңлем — элекке уҡытыусы. Ғүмер буйы китап йыйҙы, өс балаһы ла күп уҡып үҫте. Баҫма һүҙҙең ҡәҙерен белделәр, уларға ла "китап ене" ҡағылды. Әсәләрен Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында "аяҡлы энциклопедия" тип йөрөттөләр.
Баланы мөхит тәрбиәләй. Әсәһе уҡығас, балалары ла унан күреп ҡыҙыҡһына. Һеңлем күптән пенсияла, әммә аҡса юҡ тип тормай, матбуғатҡа яҙылыу башланһа, "Башҡортостан", "Ватандаш", "Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы", "Аҡбуҙат"ты мотлаҡ алдыра. Бына, исмаһам — ул уҡытыусы, илһөйәр пенсионер!
Һәр эшкә маһирлыҡ кәрәк. Апайым Миңлекәй ҙә "Башҡортостан"ға, "Ватандаш"ҡа яҙылмайынса ҡалмай.
Уларҙың тормошо ла, уйҙары ла күркәм. Үҙ заманының шатлығы, хәстәре менән йәшәйҙәр. Уйлай белгәс, күңелдәре лә күтәренке. Элекке уҡытыусылар шулай һаман уҡыуын дауам итә.


Вернуться назад