Иң ҙур бүләк — йылы һүҙ23.01.2013
Серле лә, мөғжизәле лә был ҡышҡы тәбиғәт. Ап-аҡ ҡар бөртөктәре, ҡояш нурында төрлө төҫкә мансылып, йылҡылдап-йымылдап ергә ята. Гүйә, улар тәбиғәтте паклыҡҡа урай, гел сафлыҡҡа, аҡлыҡҡа өндәй. Мамыҡтай юрғаны менән ерҙе ел-бурандарҙан һаҡлай. Әйтерһең, үҙенең аҡлығы менән тирә-яҡтың кәмселеген ҡаплай.

Кеше күңеле лә ҡыштай аҡ, саф була бит ул. Ҡояштай яҡты нурҙары менән донъяны йәмләй, биҙәй, эргә-тирәгә йылылыҡ өләшә. Был һүҙҙәрҙе өс быуын уҡыусыларының остазы булған, күңелдәрен үҙенең ябайлығы, сабырлығы менән арбаған Факиһа Саҙрислам ҡыҙы Низаметдиноваға ҡарата әйтергә мөмкин.
Ауылға ул йәш кенә килеш, Тимирязев исемендәге институтты тамамлағас та килә. Ап-аҡ йөҙлө, зәп-зәңгәр күҙле, кешеләргә ҡарата мәрхәмәтле, мөләйем мөғәллимәне шунда уҡ үҙ итәләр. Үҙе лә мәктәп эшенә, урындағы халыҡҡа бик тиҙ эҫенеп китә. Уҡытыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәр ойоштора, ауылда үткәрелгән сараларҙа ихлас ҡатнаша.
Барыһы бөгөн генә һымаҡ. Ә артта — 80 йыл ғүмер. Шуның нәҡ яртыһын ул балаларға бағышлаған. Үҙенең мөғәллимлек эшенә тоғро ҡалып, уҡыусыларының уңыштарына әле лә шатланып йәшәй. Улар ҙа, ҡайҙа ғына булмаһын, ҡайһы тармаҡта ғына эшләмәһен, тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫыу менән Факиһа апайҙың хәлен белергә ашыға. Һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан.
Тормош иптәше Рихард ағай Өмөтбаев та — уҡытыусы. Икәү бергә ҡулға-ҡул тотоношоп нисәмә быуын баланы белем баҫҡыстарынан атлатты улар! Үҙҙәренең дүрт балаһына — Ғайса, Ришат, Илшат исемле улдарына, ҡыҙҙары Ғәйшәгә — юғары белем алыуҙа ярҙамлаштылар. Бөгөн барыһы ла тормошта үҙ юлын тапҡан, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә.
Күптән түгел Факиһа апай күркәм байрамын билдәләне — 80 йәшен үткәрҙе. Уны ҡотлау өсөн мәктәпкә саҡырҙылар. Уҡыусылар юбилярға махсус концерт әҙерләгәйне. Ғүмерен балаларға арнаған фиҙаҡәр уҡытыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ бүләктең булыуы мөмкин түгелдер.


Вернуться назад