Мин һинең менән, "Башҡортостан"!23.01.2013
Ярты быуаттан ашыу "Башҡортостан" менән дуҫлыҡты өҙгән юҡ, киреһенсә, нығый ғына. Был баҫманы үҙ итеп, һәр йыл һайын яҙылам, яратып уҡыйым. Тормошомда күп хәҡиҡәтте асыҡлаусы, ҡыйын саҡта кәңәштәре менән күңелде күтәреүсе баҫмаларҙың береһенә әүерелде ул.

Эйе, "Башҡортостан" — башҡорт телендә сыҡҡан абруйлы гәзиттәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа баҫманың биҙәлеше үҙгәреүе, йөкмәткеһенең киңәйеүе, күп төрлө яңы рубрикаларҙың барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы. Үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һәр һорауға төплө яуап табырға мөмкин.
Гәзиттә ошоға тиклем исемдәре матбуғатта күренмәгән күренекле шәхестәребеҙ, геройҙарыбыҙ тураһында һүрәтләмәләр, яҙмалар әленән-әле баҫыла. "Башҡортостан"дың хәбәрсеһе булмаһам да, мәҡәләләремдең даими баҫылып тороуына бик шатмын.
"Башҡортостан" — уҡымлы, йөкмәткеле гәзиттәрҙең береһе, уға яҙылмай ҡалыу яҙыҡ булыр, минеңсә. Туған телеңдә сыҡҡан абруйлы баҫманы уҡымағас, ниндәй башҡорт һин?
Тоғро, тура һүҙле, уҡымлы гәзит тағы ла йөҙҙәрсә йыл халҡыбыҙҙы ҡыуандырып йәшәһен ине тигән теләктәмен.


Вернуться назад