“Күңел йылыһы һалҡында өшөтмәне...”23.01.2013
“Күңел йылыһы һалҡында өшөтмәне...”Дуҫтар, дуҫтар! Таралышмай,
Тарҡауландыҡ,
Балҡып түгел, быҫҡып яныр
Көнгә ҡалдыҡ.
Хатта ағас, хатта утын —
Күрсе, ана! —
Өйөбөрәк бергә яҡҡас,
Дөрләп яна,
— тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Тәрән мәғәнәле был шиғыр һис ҡасан да әһәмиәтен юғалтмай, сөнки кешелек дуҫлыҡһыҙ йәшәй алмай. Кешеләр, халыҡтар, илдәр араһындағы дуҫлыҡ булһынмы, әллә башҡаһымы... Төрлө сәйәси фекерҙәр арҡаһында заманында уртаҡ тамырлы милләттәр менән бәйләнеш өҙөлгәйне бит. Төрки халыҡтарҙың бөгөнгө берҙәмлеге, хеҙмәттәшлекте нығытып, төрлө саралар уҙғарыуы хуплауға лайыҡ.
Яңыраҡ Төркиәлә төрөк телендә танылған башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләковтың ике китабы донъя күрҙе. Был бит милли әҙәбиәтебеҙ тарихында оло ваҡиға! Ошо китаптар менән таныштырыу кисәһен үткәреү өсөн Төркиәнән рәсми делегация ла килде. Редакциябыҙ ҡунағы, Анкараның Этимесгут районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алааттин Сонат менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ, нигеҙҙә, ошо хаҡта.

— Алааттин әфәнде, Башҡортостанға килгәс, ниндәй тәьҫораттар кисерҙегеҙ?
— Бәрәкәтле башҡорт еренә мин инде икенсе тапҡыр аяҡ баҫам. Былтыр "Байыҡ" фестивалендә ҡатнашҡайныҡ. Унда беҙҙең халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә “Күңел йылыһы һалҡында өшөтмәне...”сығыш яһаны. Был юлы иһә күренекле яҙыусы Динис Бүләковтың төрөксә донъя күргән китабы менән таныштырырға тип ашҡынып килдек. Шуны әйтер инем: был төбәктә тәртипле, итәғәтле халыҡ йәшәй. Быны мин шаштырып әйтмәйем. Башҡортостанда тарихты хөрмәт итәләр, арҙаҡлы шәхестәрен ҙурлайҙар. Бәхетле икәнеңде белер кәрәк, тиҙәр беҙҙә. Башҡорттар нәҡ шуны аңлап йәшәй.
Халыҡтың шул тиклем ҡунаҡсыл икәнлеген дә билдәләр инем. Динис Бүләковтың тыуған төйәгендә бик ихлас ҡаршыланылар. Оло яҙыусының яҡташтары уның рухын йөрәгендә һаҡлай кеүек. Ә ижадсы өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Һәр кем шәхес булараҡ иң тәүҙә тыуған ерендә хөрмәтле булырға тейеш.
— Белеүемсә, ике ҡәрҙәш халыҡтың рухи бәйләнешен артабан да нығытыу йәһәтенән әле байтаҡ эш башҡарыла.
— Эйе, 2010 йылда Анкараның Этимесгут районы менән Ғафури районы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Шул уҡ йылда яҡташтарығыҙ Төркиәлә ҡунаҡта булып китте. Беҙҙә халыҡ-ара "Анатолия көндәре" тигән абруйлы фестиваль үткәрелеп килә. Унда йыл да төрлө илдәрҙән ижади төркөмдәр ҡатнаша. Ошо сарала Ғафури районының фольклор ансамбле лә сығыш яһаны. Барлыҡ иҡтисади, сәйәси хеҙмәттәшлектәрҙең нигеҙендә мәҙәни бәйләнештәр ята тиһәм, хата булмаҫ. Халыҡтарҙың рухи донъяһы беҙҙе берләштерә лә. Башҡортостан менән бәйләнештәр тағы нығыр, тип өмөтләнәм. Был инде тәү сиратта һәр ил етәксеһенең ҡыҙыҡһыныусанлығына, теләгенә бәйле. Бер-беребеҙгә ышанысыбыҙ көслө булһа, хатта ҙур эште лә бергәләп атҡара аласаҡбыҙ.
— Динис Бүләковтың төрөксәгә тәржемә ителгән әҫәрҙәре һеҙҙең хакимиәт иҫәбенә баҫылған икән.
— "ТӨРКСОЙ"-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов менән шул ойошмалағы Башҡортостан вәкиле Әхәт Сәлихов был мәсьәлә буйынса хакимиәтебеҙгә мөрәжәғәт иткәйне. Мэрыбыҙ Әнүәрә Дэмирель Динис Бүләковтың китабын сығарыу бурысын үҙ өҫтөнә алды. Шулай итеп, төрөк телендә "Ғүмер бер генә", "Килмешәк" китаптары донъя күрҙе. Шундай изге эштә ҡатнашҡаныбыҙ өсөн һис тә үкенмәйбеҙ. Был китаптар тотош төрки донъяһына таратыла. Ғөмүмән, бер тамырҙан сыҡҡан халыҡтар бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Башҡорт халҡы шул тиклем бәхетле тиер инем. Әхмәтзәки Вәлиди, Салауат Юлаев, Динис Бүләков кеүек бөйөк улдары бар. Ә бит һәр халыҡтың милли геройы юҡ!
— Һеҙгә, етәксе кешегә, шундайыраҡ һорауым бар. Дәүләт власы вәкилдәре менән ябай халыҡ араһындағы мөнәсәбәт Төркиәлә нисегерәк?
— Төп маҡсатыбыҙ — халыҡ менән етәкселектең бер-береһен аңлап эш итеүенә өлгәшеү. Этимесгут — Анкараның ҙур районы, биләмәлә яҡынса 500 мең кеше йәшәй.
Беҙҙең халыҡ талапсан бит. "Һеҙҙе һайланыҡ, шуға нәҡ үҙегеҙ был мәсьәләне хәл итергә тейешһегеҙ", тиҙәр. Һәм беҙ шуны үтәйбеҙ ҙә.
Минеңсә, идара эшен осраҡлы кешеләргә ышанып тапшырырға ярамай. Етәксе һәр саҡ яуаплы, төплө белемле булырға тейеш.
Сәғәт иртәнге һигеҙҙән алып киске бишкә тиклем минең эш ваҡытым иҫәпләнә. Әммә бер ҡасан да сәғәткә ҡарап эшләмәйем. Күпселек осраҡта өйгә бик һуң ҡайтып инәм. Этимесгут хакимиәтендә мәҙәниәт, фән, кадрҙар, юлдар төҙөклөгө буйынса яуаплымын.
— Һеҙҙә гәзит-журналдар сығарыу мәсьәләһе нисек ойошторолған?
— Илдә күпселек гәзиттәр шәхси эшҡыуарҙар тарафынан нәшер ителә. Дәүләт баҫмалары бик аҙ беҙҙә. Булғандары ла тик парламент ҡарарҙарын, яңы закондарҙы баҫтыра.
Шуныһы мөһим: матбуғатҡа ил етәкселеге темалар бирмәй, өҫтән бойороҡ менән йонсотмай. Журналистарға иркенләп ижад итеү мөмкинлеге бар. Шуға ла йыш ҡына төрлө кимәлдәге етәкселектең етешһеҙлектәре хаҡында яҙалар. Тәнҡиттән ҡурҡып тормайҙар. Был — илдәге демократияның сағылышы. Уйлап ҡараһаң, тәнҡит күренмәһә, ыңғай үҙгәрештәр ҙә булмай бит. Анкараның Этимесгут районында ғына бер тиҫтә гәзит сыға, уларҙың тиражы юғары.
— Урал ҡышының зәһәрлеге кейефегеҙҙе боҙмағандыр?
— Бындай ҡышты күреп үҫмәгәс, бер аҙ ят та тойолдо. Өфөгә килгән һайын уның матурлана барыуына һоҡланам. Ә ниндәй күркәм ерҙә урынлашҡан баш ҡалағыҙ! Уны ике яҡлап уратып, Ағиҙел менән Ҡариҙел аға. Башҡортостанда ике тапҡыр булыуым да ҡышҡы осорға тура килде. Шуға ла йылғаларҙың боҙло сағын ғына күреп ҡалдым. Тышта һыуыҡ булһа ла, халыҡтың ихласлығы, мөләйемлеге күңелдәребеҙҙе йылытты.

Р.S. Әңгәмә ҡорғанда редакциябыҙ ҡунағының һөйләгәндәрен төрөксәнән тәржемә иткәне өсөн "ТӨРКСОЙ" халыҡ-ара ойошмаһындағы Башҡортостан вәкиле Әхәт Сәлиховҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.


Вернуться назад