Ауыл балаһы тыуған мөхитенә кендеге менән бәйләнгән булалыр ул, шунлыҡтан тиҫтәләрсә йыл ҡалала, сит ерҙә йәшәһә лә, барыбер туған тәбиғәтен һағынып, эстән генә һыҙлана, һағышлана.
Әсәйем менән бәләкәйҙән тыуған ҡырҙарҙы, тауҙарҙы, яландарҙы гиҙеп, еләк-емешен, дауалы үләндәрен йыя торғайныҡ, шуға ла минең өсөн ер еләге, балан, миләш, муйыл, ҡыҙыл һәм ҡара бөрлөгән, еҙәй һәм башҡа әллә күпме төрлө тәбиғәт ниғмәттәре әле лә ҡәҙерле. Үҙаллы донъя көтә башлағас, ҡыр-урмандарҙан баҡсама һәр төрлө емеш ағасын алып ҡайтып ултыртырға тырыштым. Шуларҙың береһе – яҙын ап-аҡ сәскә таҡыялары, көҙөн-ҡышын ҡып-ҡыҙыл муйынсаҡ емеше менән күҙҙе ҡыуандырып ҡына ҡалмаған, ә күңелде йылытып, һөйөндөрөп торған балан. Ул минең өсөн генә түгел, байтаҡ йән эйәһенә күңел емеше һәм ризыҡ икән.
Ғәҙәттә, кеше балан емешен, көҙҙән һындырып алып, япрағынан таҙартып, тағараҡҡа бәйләп киптерә. Ҡышын кәрәк саҡта ғына тиреп, бешереп, иләк аша үткәреп, ҡуйы һутын шифаға ҡуллана. Бәғзеләр байрамдарҙа унан ләүәш һалып, туған-тыумасаһын, балаларын һыйлай. Мин иһә баланымдың ботаҡтарын тунарға йәлләп, емешен ҡыш, туңғас ҡына, тиреп алам. Беренсенән, туңған балан бөртөктәре бешергәс тә гәрәбәләй эре, туҡ була. Икенсенән, ҡып-ҡыҙыл емештәр ап-аҡ ҡарға ҡапланған баҡсамды үҙенсә биҙәп, йылылыҡ бөркөп ултыра.
Бынан ике йыл элек булды был хәл. Март аҙаҡтары ине. Төш мәлендә урамға сыҡһам, аяҡ аҫтым ҡып-ҡыҙыл.
Беҙ, кешеләр, ниңәлер гел аҫҡа ғына ҡарап атлайбыҙ ҙа зәңгәр күккә, бөтә ғаләмгә йылы нурҙарын йомарт өләшкән ҡояшҡайға һирәк бағабыҙ. Ерҙән күҙемде ала алмай торғанда бер ҡоштоң “тирли-тирли” тип яғымлы һайрауы ҡолағыма салынды. Өҫкә ҡараһам, бәләкәй генә ҡоштар электр сымына теҙелешеп ултырған да мине сәләмләй. Үҙҙәре турғайҙан саҡ ҡына ҙурыраҡ. Баштарында өрпөсәктәре бар. Шул тиклем етеҙҙәр: сымдан – баланға, баландан сымға бер туҡтауһыҙ осоп торалар. “Ашағыҙ, ашағыҙ, матурҡайҙарым! Һеҙгә насип ризыҡ булғандыр инде”, — тип ожмах ҡоштарын оҙаҡ ҡына күҙәтеп торҙом. Шунан башланды беҙҙең дуҫлыҡ.
Быйыл был ҡоштар баҡсама иртәрәк, октябрҙә үк, ҡунаҡланы. Эштән ҡайтып ингән киленем миңә шундай хәбәр һалды: “Бейем, теге йылда һинең баланыңа һөжүм иткән ҡоштар күршенең алмағасын һырып алған. Беҙҙекенә лә сират етер ул”, — тине. «Әҙерәк ләүәшлек кенә йыйып ала һалғанда арыу булыр ине», — тинем дә кейенеп баҡсаға ашыҡтым. Тик ҡоштар өлгөрөрәк булып сыҡты – баланымды тып та тып сүпләүгә керешкәйнеләр инде. Өркөтөүҙән ҡурҡтым бисараларҙы – шым ғына кире боролдом: балан ашамаһаҡ та, астан үлмәҫбеҙ, ә ҡоштарға йән аҫрарға кәрәк бит! Иш янына ҡуш булһын тип, ҡар өҫтөнә уларға ем алып сығып һиптем. Ҡошҡайҙар туйып алғас та китергә ашыҡманы. Алмағастан – сейәгә, сейәнән баланға күсеп, бер туҡтауһыҙ һайранылар. Яҡындан фотоға төшөрөп алырға ла форсат табылды. Ҡояш нурҙары һүрәнәйгәс кенә ҡайҙалыр осоп китте “ҡунаҡтарым”.
Тик ҡоштарҙың исемен белмәү оят булды. Уларҙың беҙҙә ҡышлауына бер нисә йыл. Булған китаптарымды аҡтарып, Интернеттан да эҙләп ҡараным. “Башҡортостан Республикаһы атласы»нда уны суҡ турғай тип күрһәткәндәр. Суҡ турғай тураһындағы ҡыҫҡаса мәғлүмәт шунан ғибәрәт: "18—23 см ҙурлығындағы был ҡош башлыса тайга урмандарында йәшәй. Беҙҙең яҡтарҙа ла был матурҡайҙар ҡатнаш урманда, ҡырҡылған диләнкәләрҙә йыш осрай, өйөрө менән йәшәй. Йәйен бөжәк, еләк, йәш үлән, көҙ балан, ҡыҙыл көртмәле емеше менән туҡлана. Ояны май—июлдә һыу сығанаҡтарына яҡын урманда, ағас баштарында ҡора. 4-6 йомортҡа һалғас, баҫырға ултыра. 13-14 көндән балалары сыға. 15-17 көн ашатҡандан һуң, суҡ турғайҙың балалары үҙаллы көн күрә башлай. Уларҙың ғүмере 13 йыл тирәһе".
Әле ошо көндәрҙә генә кескәй ейәнсәремдең: “Өләсәй, ҡара әле, беҙгә ҡыҙылтүштәр килгән», — тип ҡысҡырғанына йүгереп тәҙрә төбөнә килһәм, ысынлап та, балан ағасына өс ҡыҙылтүш килеп ҡунған да суҡ турғайҙарҙан ҡалған емештәрҙе суҡый. Бына бит, ҡоштоң ҡошо, бер-береһе тураһында ҡайғыртып, аҙыҡты һыпырып ашап китмәй, башҡаларға ла ҡалдыра.