"Башҡортостан — ғәзиз ерем!"23.01.2013
Фанилыҡта ожмах утрауы бармы? Бар. Ул — һәр кемдең тыуған ере! Сит-ят тарафтарҙың күҙҙе ҡамаштырырлыҡ, күңелде арбарлыҡ тәбиғәтенә һоҡланып, йылы диңгеҙендә ҡойоноп, йән-тәндәренә сихәт алғандар ҙа кендек ҡаны тамған ғәзиз еренең һәр ҡыуағын, үлән-ҡылғанын, сылтырап аҡҡан шишмәләрен, күкһел тау һырттарын, икһеҙ-сикһеҙ булып тойолған далаларын һағынып ҡайта. Тыуған яҡтың илаһи, һөйләп кенә аңлата алмаҫлыҡ көсө тарта. Быны һәр күҙәнәгең менән тойорға ғына мөмкин: күңелдә ул хис булып урғыла, шарламалай ҡайнай, төньяҡ һалҡынылай туңдыра, йәнеңде һурып алырҙай булып ҡайҙалыр ашҡындыра. Юҡ, аңлатыу мөмкин түгел был хис-тойғоно. Беҙ тыуған илебеҙҙә йәшәгәнгә генә уларҙы һиҙмәйбеҙ, көндәлек мәшәҡәттәргә сумғанға бер ни күрмәйбеҙ. Шуға барыһы ла ғәҙәти һымаҡ: таң атамы — ата, кис буламы — була, ағас үҫәме — үҫә, йылға ағамы — аға...
Көндәлек мәшәҡәттәр, үҙ-үҙебеҙгә бикләнә барыуыбыҙ тағы бер нәмәне иғтибарҙан ситтә ҡалдыра, уны мөһим мәсьәлә итеп ҡарамай, икенсе планға күсерә киләбеҙ: тирә-яғыбыҙ ниндәй генә матур, һоҡланырлығы күп булмаһын, тәбиғәтебеҙ, ул-ҡыҙҙарын ҡайғыртмайым тип шым ғына ауырыған әсә шикелле, беҙгә мөлдөрәп баҡҡан да ярҙам һорай. Берәүҙәр был ауазды ишетә, икенселәр күрмәмеш була, өсөнсөләрҙең күңелдәрен аҡса ене томалаған, дүртенселәр — битараф...
Барыһын иҫәпкә алып, кешелекте ошо вайымһыҙлыҡтан арындырыу, тирә-яҡ мөхит проблемаларына нығыраҡ иғтибар йәлеп итеү, йәш быуында йәнтөйәккә һөйөү тәрбиәләү, тәбиғәтте һаҡлауҙы пропагандалау маҡсатында "Башҡортостан" гәзите редакцияһы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә "Башҡортостан — ғәзиз ерем" тип аталған конкурс иғлан итә.
Юғарыла күрһәтелгән темалар буйынса түбәндәге жанрҙарҙа хеҙмәттәр көтәбеҙ:
— хикәйә;
— мәҡәлә, очерк;
— "Йәшәйеш — ул үҙе бер миҙгел" темаһына фотоһүрәттәр;
— мәктәп уҡыусылары өсөн айырым темалар: "Тәбиғәт һәм беҙ", "Тәбиғәт һаҡсылары", "Тыуған төйәгем".
Конкурсҡа материалдар 2013 йылдың 1 декабренә тиклем ҡабул ителә. Иң яҡшы тип табылған ижади эштәр йыл һуҙымында гәзиттә баҫылып барасаҡ. Еңеүселәр дипломға һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ буласаҡ.
Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!

P.S. Искал в интернете перила из нержавейки, нашел на сайте metkov.com.ua


Вернуться назад