Һунарсыға эҙ кәрәк, эҙ күрергә күҙ кәрәк23.01.2013
Һунарсыға эҙ кәрәк, эҙ күрергә күҙ кәрәкБашҡортостанда һуңғы осорҙа ҡабандар бермә-бер артҡан тигән мәғлүмәтте ишеткәс, бынан тиҫтә йыл элек булған хәл-ваҡиғалар иҫкә төштө…

Бер мәл таныштарым ошо йыртҡыстарҙы аулауҙары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләгәйне. Ҡабандар үрсеһә, һунарсының ҡаршыһына уҡ килеп сыға, имеш — атырға ғына өлгөр! Был һөйләшеүҙән һуң минең дә һунарға сыҡҡым килде, шуға ла һунарсылар ойошмаһына барып теркәлдем. Әмәлгә ҡалғандай, республиканың көнбайышында ҡабандар үрсеп киткән, хатта Бәләбәй, Шаран райондарында эпидемия ҡурҡынысы бар, тигән хәбәр ишетелде. Ауылға яҡын урман буйҙарында уларҙың емтектәрен осратыуҙары теркәлгән.
Йыртҡыстарға һунарға сығасаҡ беҙҙең төркөмдө Мәсетле районы егете Риф Мөслимов етәкләй ине. "Ҡабан — бик мәкерле хайуан. Һунар ваҡытында һаҡ булығыҙ! Береһен атһаң, йәшеренеп ятҡандарының һунарсыға ташланыуы ихтимал. Бер нисә аусы бергә атҡанда ғына уларға ҡаршы тороп була. Иң мөһиме — йығылмаҫҡа! Ул саҡта бөттөң, иҫән ҡалырмын тимә. Ҡабан ҡурҡыу белмәй. Хәүефте һиҙеп ҡалһалар, бер-береһен иҫкәртеп өлгөрәләр. Ҡабандан ҡотолоу юлы бер — ағас башына менеү. Асыҡ, таулы урынға сыҡһаң да, улар яҡын килергә ҡурҡа. Урман эсен улар үҙ биләмәһе тип ҡабул итә", – тип һөйләне йыртҡыстарҙың ҡылығы тураһында Риф.
Һунарға сығыр алдынан ҡабандар тураһында күберәк белер өсөн мәғлүмәт тупланым. Улар ауылдарға яҡын урынлашҡан урманды үҙ итә икән. Ете-һигеҙ баш бергә йәшәй. Ҡабандарҙы шишмә буйындағы шырлыҡта, һаҙлыҡтарҙа осратырға мөмкин. Үҙҙәре башлап бер кемгә лә һөжүм итмәһә лә, дошмандары байтаҡ. Ҡурҡыныс янаһа, ҡабандар бер-береһенә ярҙамға ашыға. Ҡышҡыһын уларға ризыҡ табыуы ауырлаша, шуға ла урман хужалыҡтары ҡабандарға кәбәк, орлоҡ, бесән ҡалдыра. Ҡулға тиҙ эйәләшәләр. Тәртиплеләр. Шулай ҙа ризыҡ хәстәрләп ауылдарға яҡынлашһалар, йорт хайуандары араһында эпидемия таралыуы бар. Тап ошо мәлдә һунарсылар кәрәк була ла инде. Улар ҡабандарҙың иң ҙурҙарын ғына атып алырға тейеш. Йәнлектең майы үпкә ауырыуынан файҙалы.
Ниһайәт, беҙ һунарға сыҡтыҡ! Риф Мөслимов етәкселегендә дүрт төркөмгә бүленеп, урмансы әйткән урындарға таралыштыҡ. Кискә тиклем ун бер баш ҡабан ауланыҡ! Һуйып, ветеринария белгестәрен саҡыртып, итте анализға тапшырҙыҡ, ашарға яраҡлы тип табылғас, магазинға, ашханаға ла бирҙек. Үҙебеҙгә лә өлөш сыҡты. Икенсе көндә лә шул сама ҡабан алдыҡ. Киләһе һунарҙы Стәрлебаш, Күмертау райондарына ойошторорға тигән фарман бирелде.
Бынан һуң тағы бер нисә тапҡыр һунарға сыҡтым да был шөғөлдө ташланым, ләкин шул саҡтарҙы әле лә һағынып иҫкә алам.


Вернуться назад