"Мылтығымды камераға алмаштырҙым"23.01.2013
"Мылтығымды камераға алмаштырҙым"Александр Подмаревтың ижадына Интернет селтәрендә тап булдым. Улым менән һоҡлана-һоҡлана авторҙың фильмдарын ҡараныҡ. "Уны күреп, мотлаҡ танышырға кәрәк", – тип уйлап ҡуйҙым. Ниһайәт, быға форсат та тыуҙы. Александр Краснокама районының Николо-Березовка ауылында йәшәй, ғүмер буйы электр ҡорамалдары йүнәтә. Әле был һөнәренән тыш һунарсылыҡ хужалыҡтарының береһендә егерлыҡ эшен дә алып бара, сөнки тәбиғәтте күҙәтеү, йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы камераға "эләктереү" теләге уны гел урманға әйҙәй.

Урман “ене” Александрға бала саҡта уҡ әсәһенән ҡағыла. Еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға яратҡан Анна Петровна малайҙы бәләкәйҙән үҙе менән"Мылтығымды камераға алмаштырҙым" эйәртә, урманды танырға һәм, иң мөһиме, тыңларға өйрәтә. "Уҡыуға әүәҫ булманым. Ә урман гел үҙенә тартты. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем шырлыҡта йөрөй торғайным. Уны арҡыры-буй гиҙеп сыҡтым. Тора-бара күрше-күлән малайҙары менән бергә урманға йөрөй башланыҡ. Индеецтар булып уйнай инек. Ниндәй генә хәлдәргә тарыманыҡ! Шул саҡтан миңә "Һары мәтрүшкә" тигән ҡушамат йоҡто. Әле 55 йәште ашатланым, ә урамда һаман да "Һары мәтрүшкә" тип сәләмләүселәр бар", – тип көлә ул.
Бер аҙ нығынған үҫмер, атаһының һунар мылтығын алып, йәнлек ауларға әүәҫләнеп китә. "Йомала һунарға сығып киттемме, йәкшәмбе кис кенә ҡайтып инә "Мылтығымды камераға алмаштырҙым"торғайным. Тик утыҙ йәште артылғас, миндә ниндәйҙер һынылыш тойолдо. "Хәйләһеҙ йәнлектәрҙең ғүмерен ҡыйырға хаҡым бармы?" тигән һорауҙы үҙемә йышыраҡ бирә башланым. Тап ошо мәлдә мылтығымды видеокамераға алмаштырҙым", — ти ул.
Бала саҡтан тәбиғәтте күҙәтергә яратҡан Александр "Скрадок" тип аталған студия булдыра (лицензияһы юҡ, сөнки уны алыр өсөн байтаҡ аҡса кәрәк. — Авт.). "Студия тип әйтеү бигерәк яңғырауыҡлы кеүек. Үҙем — автор ҙа, режиссер ҙа, оператор ҙа. Фильмға сценарийҙы үҙем яҙам, тексын үҙем уҡыйым", – ти ул. Ғөмүмән, әңгәмәсем тәбиғи баҫалҡылығы менән әле ниндәй әһәмиәтле эш башҡарғанын баһалап та бөтмәй һымаҡ. "Электән телевизорҙан хайуандар донъяһын һүрәтләгән фильмдарҙы ҡарарға ярата инем. Тик уларҙа башлыса Африка, Америка саванналарында йәшәүсе януарҙарҙы күрһәтәләр. Ә бит беҙҙең тәбиғәт, йәнлектәр донъяһы уларҙан бер ҙә кәм түгел, тигән уй тынғылыҡ бирмәне", – ти геройым.
Тәү сиратта Александр фильмды яҡындары, ейәндәре өсөн төшөрә. Балалар баҡсаһы, мәктәптәр саҡырһа, бер ҙә баш тартмай, улар менән осрашып, үҙенең "Мылтығымды камераға алмаштырҙым"ижад емешен күрһәтә. Әле архивында егерменән ашыу фильм бар. Бер таҫманы төшөрөү өсөн яҡынса бер йыл ваҡыт кәрәк!
"Урманда йөрөп, ҡоштарҙың ҡайҙа оялағанын ҡарап сығам, йәнлектәрҙең өңдәрен табам. Яҡыныраҡ ерҙә ҡыуыш эшләйем дә таң атыр алдынан шунда йәшенәм. Йәнлекте камераға уңышлы эләктерер өсөн уны ҡурҡытмаҫҡа кәрәк", – тип фильм төшөрөүҙең нескәлектәре менән уртаҡлаша Александр. Уның таҫмаларында ҡуян, төлкө, мышы, ҡабан, ҡондоҙҙарҙың тормошон күрергә, һирәк осрай торған ҡоштар менән яҡындан танышырға мөмкин.
"Мылтығымды камераға алмаштырҙым""Ҡыҙыҡ хәлгә тарыған саҡтар ҙа йыш булды. Былтыр көҙ мышыларҙы төшөрөргә ниәтләп урманда оҙаҡ ҡына йөрөнөм. Ҡапыл ҡаршыма тарбаҡ мөгөҙ үҙе килеп сыҡты. Минән ун метр алыҫлыҡта ғына тора. Хайуанҡайҙы ҡурҡытмаҫ өсөн ипләп кенә камерамды алдым да төшөрә башланым. Ун минут самаһы бер-беребеҙҙе күҙәткәнбеҙҙер. Мышы ҡыуаҡлыҡ араһына инеп юғалғас, ҡараһам, камераның "яҙыу" кнопкаһына еткерә баҫмағанмын. Был хәл әле һаман үкендерә", – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Александр.
Уның фильмдары премияларға ла лайыҡ булмаған, киң йәмәғәтселеккә лә билдәһеҙ. Әлбиттә, автор өсөн был мөһим дә түгел. Шулай ҙа Подмаревтың табыштарын ҡараған һайын ҡарағы килә. Теләгегеҙ булһа, һеҙ ҙә кинәнә алаһығыҙ: Интернет селтәрендәге эҙләү сайтында авторҙың исемен йыйыу ҙа етә.


Вернуться назад